Республика онкология диспансерында оҫталыҡ дәрестәре үтте

Республика онкология диспансерында оҫталыҡ дәрестәре үтте https://bash.news/news/96893_respublika_onkologiya_dispanserynda_otaly_drestre_tte
23 май 2019, 23:08

Әмәлиәт барышында ҡалҡан биҙе эргәһендәге башҡа биҙҙәргә зыян килтермәү пациент сәләмәтлеге өсөн үтә мөһим. Нейромониторинг ярҙамында бәләкәй яралы операцияны хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова күҙәтте.

Медицина фәндәре кандидаты, хирург Шамил Мусин ҡалҡан биҙенә генә йылына йөҙ егерменән ашыу әмәлиәт яһай. Бөгөнгө әмәлиәт барышында кеше организмында кальций алмашыуы өсөн яуап биргән ҡалҡан биҙе янындағы биҙҙәрҙе нейромонитор ярҙамында күрә алды. Әмәлиәт был кәрәкле биҙҙе зарарламай башҡарылды. Тәжрибәле хирургтан Рәсәйҙең өс төбәгенән килгән коллегалары оҫталыҡ дәрестәре алды.

Александр Захаров, Силәбе өлкәһе онкология һәм ядро медицинаһы үҙәге табип-онкологы: “Ҡалҡан биҙе аҫтындағы борсаҡ ҙурлығындай ғына был биҙ кеше организмы эшмәкәрлегендә мөһим урын алып тора. Кальций етмәгән осраҡта кеше организмына бик ауыр быуындар тартыша.Пациенттың физик әүҙемлеге кәмей. Бөгөнгө әмәлиәт барышында беҙ күп мәғлүмәт алдыҡ, оҫталыҡҡа өйрәндек, был тәжрибәне үҙебеҙҙең төбәктә лә киң ҡулланасаҡбыҙ”.

Данил Бурдин, Мурманск өлкәһе онкология үҙәге табип-онкологы: “2017 йылда ғына 100 ашыу операция башҡарҙыҡ. Диагностикалау мониторингы аша әмәлиәт башҡарыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә”.

Операция яһаусы хирург-онколог бер-нисә тапҡыр ҙурайтып күрһәткән күҙлектәр ярҙамында ҡалҡан биҙе янындағы биҙҙе күрә алды. Был биҙ мониторҙа яҡшы күренһен өсөн пациент алдан тейешле микстура эсә. Әмәлиәт барышында биҙ махсус рәүештә яҡтыртыла.

Шамил Мусин, Республика онкология диспансеры бүлек мөдире, хирург-онколог: “Ҡалҡан биҙенә операция барышында уның янында урынлашҡан биҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыу беҙҙең төп бурыс”.

Ҡалҡан биҙе кеше организмы эшмәкәрлегендә мөһим урын алып тора. Оператив манипуляциялар барышында тауыш өсөн яуап биргән ҡурылдай нервына ла зарар килтерелмәй. Әмәлиәт бәләкәй яра менән утыҙ-ҡырҡ биш минут эсендә башҡарыла. Яңы ҡулланылған ысулда нейромонитор ҡулланыла һәм ҡалҡан биҙенә әмәлиәт пациент организмына мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм теүәл башҡарыла.

Әмәлиәт барышында ҡалҡан биҙе янындағы биҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Был биҙҙәр организмда кальций өсөн яуап бирә. Биҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыу пациенттың йәшәү сифатын да яҡшыртырға ярҙам итә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика онкология диспансерында оҫталыҡ дәрестәре үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество