Баймаҡ районында рәсми ултырыштар башҡорт телендә уҙғарыла башланы

Баймаҡ районында рәсми ултырыштар башҡорт телендә уҙғарыла башланы https://bash.news/news/96901_bajma_rajonynda_rsmi_ultyryshtar_bashort_telend_uaryla_bashlany
23 май 2019, 23:45

Өлгөлө тәжрибә йоғошло. Баймаҡ районында ла рәсми ултырыштар саф башҡорт телендә уҙғарыла башланы. Ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары кәңәшмәһе балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләренә арналды.

Балаларҙың йәйге ялын файҙалы итеп үткәреү өҫтөнлөклө һорауҙарҙың береһе. Райондың “Орленок”, “Граф күле” һауыҡтырыу үҙәктәре, мәктәп янындағы көндөҙгө ял лагерҙарына быйыл 8 мең 43 бала йәлеп итеү ҡаралған.

Мәрйәм Бураҡаева программаһы буйынса “Йәйләү” лагеры районда өсөнсө йыл уңышлы эшләп килә, балалар ҙур теләк менән ял итә. Ишбирҙе, Өмөтбай мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагеры ошо программа буйынса ойошторолған.

Йәйге ял кампаниялары башланыуға күп ваҡыт ҡалманы, барлыҡ хеҙмәттәргә, мәктәп һәм лагерь етәкселәренә әҙерлек эштәрен тиҙләтергә, килеп сыҡҡан һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү сараларын күрергә тигән бурыс ҡуйылды. Беренсе сменаны лагерҙар 7 июндә ҡабул итә башласаҡ.

Баймаҡ районында рәсми ултырыштар башҡорт телендә уҙғарыла башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество