«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының сираттағы этабы уҙҙы

«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының сираттағы этабы уҙҙы https://bash.news/news/97018_abuat_ippodromynda_terra_bashortostan_at_sporty_turniryny_sirattay_etaby_uy
25 май 2019, 21:38

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала был юлы Белорет, Мишкә, Асҡын һәм Архангел райондары командалары көс һынашты. Ярыштар сиктәрендә шулай уҡ концерт программаһы һәм бай күргәҙмә ойошторолдо. Унда милли ризыҡтарҙан ауыҙ итергә, урындағы оҫталарҙың ҡул эштәрен һатып алырға мөмкинлек булды.

Ойо штороусылар әйтеүенсә, бөгөнгә ат спорты турнирында тиҫтәнән ашыу райондан 96 һыбайлы сығыш яһаған өлөггән. Аттарҙың өстән бер өлөшө генә башҡорт тоҡомло булыуын иҫәпкә алып турнир ҡағиҙәләренә бер аҙ үҙгәрештәр индерергә тура килгән.

Был ярыштар тәү сиратта йылҡысылыҡты үҫтереүгә, яңы исемдәр асыҡларға ярҙам итә. Турнир һөҙөмтәһе буйынса Мишкә районынан Эдик Батталов финишҡа беренсе булып килде. Еңеүселәр республика көнөндә уҙасаҡ финал ярыштарын ҡатнашыу хоҡуғы ала.

«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының сираттағы этабы уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд