Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы

Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы https://bash.news/news/97122_bgn_11se_sinyf_uyusylary_tge_berm_dlt_imtixany_tapshyry
27 май 2019, 23:08

Ул һайлап алған фәндәр - география һәм рус әҙәбиәтенән. Өфөнөң Киров районы мәктәптәрендә һынау 5-се лицейҙа ойошторолдо. Урында Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләне. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Һыу, шоколад, ручка һәм паспорттан башҡа географиянан имтихан тапшырыусыларға линейка, транспортир, калькулятор алып инергә рөхсәт ителә. Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары ирекле рәүештә һайлаған фәндәрҙән имтихан тотто. Өфөнәң Киров районында географияны 21, рус әҙәбиәтен 70 уҡыусы һайлаған.

Уҡыусылар лицей ишегенән үк тикшереп индерелә. Артабан, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтергә кәрәк. Был ҡағиҙә балалар өсөн яңылыҡ түгел. Шулай ҙа...

Коридорҙа, бәҙрәф эргәһендә интернетты өҙөүсе ҡорамал эленгән. Урыны осраҡлы түгел. Имтихан барышында уҡыусыларға бүлмәнән сығырға рөхсәт ителә. Был - телефон менән ҡуллана алмаһындар өсөн. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә ҡатнашыусылар һынауҙың йылдан-йыл ҡәтғиләшеүен билдәләй. Былтырҙан бирле уҡыусының кабинеттан нисәлә сыҡҡаны һәм кергәне теркәлә.

Видеояҙмалар урындағы штабҡа һәм онлайн рәүештә ситуацион үҙәккә тапшырылып бара. Видеоматериал бер нисә ай һаҡлана, ә ҡағиҙә боҙоу осрағы булһа, өс йылға тиклем. Географиянан һорауҙарға яуап яҙыу өсөн өс сәғәт ваҡыт бүленде. Әҙәбиәтте һайлаусылар 55 минутҡа оҙағыраҡ ултырҙы. Географиянан иң кәме 37, әҙәбиәттән 32 балл йыйыу талап ителә.

Имтихан ваҡытында бер бала үҙен насар тойҙо. Пунктта уға медицина ярҙамы күрһәтелде. Табиптар ҡан баҫымын үлсәй, кәрәк булһа дарыу бирә. Ә хәле насарланған уҡыусы имтихан һорауҙарына яуап бирә алмаһа, аҡ халатлылыр акт төҙөп уны поликлиникаға ебәрә һәм уҡыусы имтиханды ҡабаттан тапшыра.

Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 1 июлгәсә дауам итә. Киләһе имтихан 29 майҙа, математиканан .

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна