Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» үтә

Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» үтә https://bash.news/news/97133_bashortostanda_xaly_slmtlege_kndre_t
27 май 2019, 23:19

31 майға тиклем республика район-ҡалаларының бар поликлиника, сәләмәтлек үҙәктәрендә асыҡ ишектәр көнө үтә. Акция бөгөн рәсми рәүештә старт алды. Уның сиктәрендә баш ҡаланың кардиология үҙәге пациенттары менән табиптар араһында футбол матчы үтте.

Сәләмәтлек көндәре сиктәрендә халыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса бушлай табип тикшереүе үтә ала. Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған сараға белгес кәңәше алырға килеүселәр ҙә байтаҡ. Быны ауырыуҙар күбәйеүе тип түгел, ә халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарай башлауы тип аңларға кәрәк, тип билдәләй табиптар.

Мәжит Нартайлаҡов, медицина фәндәре докторы, профессор: “Бөгөн 300-ҙән ашыу кеше бөйөрҙәрен күсереп ултыртҡан, 20 кеше бауырын, 20 кеше йөрәген. Шуларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн бында иҫән-һау уйнап йөрөй”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество