Башҡортостанда "Сәләмәтлек аҙналығы" башланды

Башҡортостанда "Сәләмәтлек аҙналығы" башланды https://bash.news/news/97163_bashortostanda_slmtlek_analyy_bashlandy
28 май, 12:17

Акциялар барышында һаулыҡты бушлай тикшертергә була. Аҙна дауамында амбулатор поликлиникалар, сәләмәтлек үҙәктәрендә ҡанда шәкәр миҡдарын, холестерин, ҡан баҫымын, тән ауырлығын ҡаратырға мөмкин.

Башҡортостанда Сәләмәтлек аҙналығы башланды
Башҡортостанда Сәләмәтлек аҙналығы башланды

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының профилактика буйынса баш белгесе Сара Әхтәмова әйтеүенсә, Халыҡ сәләмәтлеге көндәрендә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл күбәйә.

Башҡортостанда "Сәләмәтлек аҙналығы" башланды

Сара Әхтәмова,Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының профилактика буйынса баш белгесе :

- Хеҙмәт ветерандарына ҡан баҫымын үлсәтергә, кардиологтан консультация алырға мөмкин. Акция республикала даими үткәрелеп тора. Ҡатнашыусылар һаны арта бара. Был, тәү сиратта, кешенең үҙ сәләмәтлегенә иғтибар бүлә башлауын аңлата.

"Халыҡ сәләмәтлеге көндәре" 31 майға тиклем дауам итә.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа