Салауатҡа кардиодесант килә

Салауатҡа кардиодесант килә https://bash.news/news/97314_salauata_kardiodesant_kil
29 май 2019, 18:20

Халыҡ сәләмәтлеге көндәре барышында 31 майҙа ҡалала йөрәк табиптары ҡабул итә. Улар араһында Республика кардиология үҙәге белгестәре, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре була. Сара ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында үтә.

Салауатҡа кардиодесант килә
Салауатҡа кардиодесант килә

Унда табиптарҙан ҡан баҫымын үлсәтергә, ЭКГ үтергә, шулай уҡ күҙҙе тикшертергә була. Көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре, физик күнекмәләр, флеш-мобтар ойошторола. Төрлө йылдарҙа кардиодесант Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Баймаҡ, Дыуан райондарында булып китте.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа