Башҡортостанға эш сәфәре менән Молдова делегацияһы килде

Башҡортостанға эш сәфәре менән Молдова делегацияһы килде https://bash.news/news/97350_bashortostana_esh_sfre_menn_moldova_delegaciyay_kilde
29 май 2019, 23:44

Уны республика президенты Игорь Додон етәкләй. Төньяҡ-көнсығыш Европаға ҡараған Молдова республикаһы, йәғни элекке Молдавия ҡунаҡтары беҙҙең республикаға Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһында Евразия юғары Иҡтисади советы ултырышында ҡатнашҡандан һуң килгән. Өфө аэропортында делегацияны Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Молдова вәкилдәре самолеттан һуң тура милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға йүнәлде, Ватан этнопаркында булды. Ике яҡ араһындағы рәсми осрашыуҙарҙа иһә иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Игорь Додон республика етәксеһен эш сәфәре менән Кишиневҡа саҡырҙы.

Әле Рәсәйҙең Молдова менән тауар әйләнеше 1 миллиард һумдан ашыу, беҙҙең илгә индерелгән алманың 27 проценты ошо дәүләттән. Хеҙмәттәшлекте тағы киңәйтергә мөмкин. Башҡортостан Молдавияға автобустар, ауыл хужалығы техникаһы тәҡдим итә ала.

Һүҙ Өфө менән Молдованың Ғағауз автоном биләмәһе араһында ҡабул ителгән килешеү хаҡында бара. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Молдованың был үҙаллы төбәктә төрки халыҡтар йәшәй һәм ике яҡ араһында мәҙәни бәйлнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәре киң.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанға эш сәфәре менән Молдова делегацияһы килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество