Сәләмәтлек автопоезы Бүздәктә туҡтаны

Сәләмәтлек автопоезы Бүздәктә туҡтаны https://bash.news/news/97353_slmtlek_avtopoezy_bzdkt_tutany
29 май 2019, 23:54

Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк проекты буйынса өс күсмә медицина модуле һәм модулле фельдшер -акушер пункты Бүздәк районы ауылдарындә эшләй. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү акцияһы апрелдә башланды һәм октябргәсә дауам итә. Ул Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла.

Таулар ауылында халыҡты табиптар өс күсмә медицина модулендә һәм урындағы амбулаторияла ҡабул итә. Маммография үтеүгә иртә таңдан сират. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар бер-нисә сәғәт көтөргә лә риза. Сөнки был медицина тикшереүен йыл һайын үтергә кәрәк. Ҡайҙалыр барып йөрөгәнсе урында күренеү күпкә отошло.

Әйтергә кәрәк, күсмә модуль Октябрьский ҡалаһынан һәм ул быға тиклем йыл да ауылға килгән. Ә быйыл инде акция ярҙамында бер урында Өфө һәм район белгестәре эшләй. Улар диспансеризация үтергә тейешлеләрҙе һәм сәләмәтлеген тикшерергә теләгән һәр кемде ҡабул итә. Автопоезда тағы Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһынан УЗИ, район дауаханаһынан флюорография килгән.

Табип амбулаторияһында күҙҙе тикшертергә мөмкин. Шулай уҡ эндокринолог, хирург һәм башҡа белгестәр ике көндә биш ауыл халҡына медицина тикшереүе уҙғара.

Был тиклем медицина кабинеттарын үтеп сығыуға ғәҙәттә бер-нисә көн талап ителһә, акция ярҙамында бөтә шарттар бер урында.

Проекттың маҡсаты - ауылда йәшәүселәрҙә сирҙе алдан асыҡлау. Сер түгел, поликлиникаларҙа белгестәргә ғәҙәттә, ике аҙна алдан яҙылыу талап ителә. Йүнәлтмә алыу һәм башҡаһы менән иң ҡәҙерле мәл юғала. Беренсегә ойошторолған акция шундай сираттарҙы кәметеүгә лә булышлыҡ итә.

Артабан автопоезд Ҡаңны-Төркәй һәм Урҙайбаш ауылдарына юллана. Шулай уҡ табиптар халыҡты модулле фельдшер -акушер пунктында ҡабул итә. Ул да күсеп йөрөй. Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк проекты сиктәрендә 22 күсмә медицина модуле төрлө райондарға таралған. Акция октябргәсә дауам итә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Сәләмәтлек автопоезы Бүздәктә туҡтаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество