Өфө һәм Кишинев араһы яҡыная

Өфө һәм Кишинев араһы яҡыная https://bash.news/news/97385_f_m_kishinev_aray_yaynaya
30 май, 13:00

Молдова президенты Игорь Додон етәкселегендәге рәсми делегация Башҡортостанға килде. Бөгөн Молдова Башлығы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты. Быйыл Молдова дәүләтселегенә нигеҙ һалыныуға 660 йыл тула. Президент йәштәрҙе тыуған иленә уҡырға саҡырҙы.

Өфө һәм Кишинев араһы яҡыная

Өфө һәм Кишинев араһы яҡыная

Башҡортостан һәм Молдова араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Былтыр тауар әйләнеше 2 миллион долларҙан ашыу булған. Был күрһәткесте арттырыу өсөн яҡшы шарттар бар, ти белгестәр. Молдова делегацияһының Башҡортостанға сәфәре барышында төрлө саралар ҡаралған. Ғағауыз автономияһы һәм Өфө, шулай уҡ, бер нисә район араһында туғандарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыу ҡарала.

Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд