Янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам кәрәк

Янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам кәрәк https://bash.news/news/97432_yanyn_mtend_torlay_alan_ailg_yaram_krk
30 май 2019, 22:59

Бөгөн иртән Өфөнөң Урта Республика урамында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған ике ғаиләгә матди ярҙам талап иелә. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, уртаҡ ихатала урынлашҡан йорттарҙың береһендә ике балалы йәш ғаилә, икенсеһендә уларҙың ата-әсәһе йәшәгән булған. Янғын сыҡҡан мәлдә йорт эсендә өсөнсө балаға ауырлы ҡатын менән уның алты йәшлек ҡыҙы ғына була.

Ғаилә ағзалары йорт эсенән бер ҡат кейем-һалымын ғына алып сығып өлгөрә, документтар һәм барлыҡ кәрәк-яраҡтар ут эсендә ҡала. Янғын һүндереүгә 24 хеҙмәткәр, 8 берәмек техника, шулай уҡ "Цветы Башкирии" ҡасабаһындағы часть вәкилдәре, медиктар һәм полиция бригадалары, газ һәм электр селтәрҙәре хеҙмәттәре йәлеп ителгән.

Ут ялҡыны бер сәғәт эсендә һүндерелә, уның артабан таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрелә, осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Ике ғаиләне лә ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡарала. Бер нәмәһеҙ ҡалһалар ҙа, ғаилә ағзалары иҫән булыуҙарына шатлана. Нуримановтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүәселәр экрандағы телефон номеры һәм банк иҫәбе буйынса аҡса күсерә ала. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр һәм балалар өсөн кейемдәр ҙә ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8-917-406-05-72

Карта номеры: 4250 6810 1620 0000 6249

Янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд