Бөгөн - Тәмәкеһеҙ бер көн

Бөгөн - Тәмәкеһеҙ бер көн https://bash.news/news/97448_bgn_tmkee_ber_kn
31 май, 10:49

Берләшкән милләттәр ойошмаһы был насар ғәҙәтте бөтөрөү өсөн йылына бер түгел, ике дата билдәләгән. 31-се майҙа Тәмәкеһеҙ көн иғлан ителһә, ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө.

Бөгөн - Тәмәкеһеҙ бер көн
Бөгөн - Тәмәкеһеҙ бер көн

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценты тарта. Беҙҙең хәбәрсебеҙ тәмәке көйрәтмәүселәрҙең тартыусыларға ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды.

Бөгөн - Тәмәкеһеҙ бер көн

Йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу, рекламалауға бәйле ҡанун 2013 йылда ҡабул ителде. Ул бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыла һәм 2017 йылда тулыһынса көсөнә инә. Аҡсалата штраф 500 һумдан башлана һәм 200 мең һумға етә.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа