Республикала «Балалар һаулығын һаҡлау» проекты тормошҡа ашырыла

Республикала «Балалар һаулығын һаҡлау» проекты тормошҡа ашырыла https://bash.news/news/97519_respublikala_balalar_aulyyn_alau_proekty_tormosha_ashyryla
31 май 2019, 22:30

Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүгә заманса инфраструктура. Башҡортостанда "Балалар һаулығын һаҡлау" проекты тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике яңы поликлиника төҙөлә. Уларҙың береһе менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

Биҙәү-буяу эштәрен башҡарған штукатур-малярҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй. Эштәр төҙөлөш графигынан күпкә алда башҡарыла. Контракт буйынса Туймазылағы яңы балалар поликлиникаһы ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, әммә бәләкстәр өсөн ул үҙ ишектәрен быйыл сентябрҙә үк асасаҡ.

Илдар Ваһапов, төҙөлөш ойошмаһы директор урынбаҫары: “Поликлиника 300 пациентты хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Өс этажлы бинаның майҙаны 5 мең ярым квадрат метр. Республика бюджетынан 336 миллион һум аҡса бүленде, шуларҙың 172 миллионы -төҙөлөш эштәренә,164 миллионы ҡорамалдар һатып алыуға. Территорияла төҙөкләәндереү һәм йәшелләндереү эштәре башҡарыла”.

Әле балалар поликлиникаһы урынлашҡан бина 1955 йылда төҙөлгән. Ремонт эштәре даими үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, уның торошо шәптән түгел. Кабинеттар етешмәй. Бер нисә табип бер кабинетта балалар ҡабул итә. Был үҙ сиратында күп кенә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Етмәһә, поликлиника көнөнә 200 баланы ғына ҡабул итә ала. Ә Туймазы районында балалар һаны 31 меңгә етә.

Зәбир Ғиздәтуллин, Туймазы ҡалаһы үҙәк дауаханаһы баш табибы: “Туймазы балалар поликлиникаһы үткән йылдың июль айында төҙөлә башланы. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре графиктан күпкә алда бара. Был балалар поликлиникаһы төҙөлөү менән район һәм ҡаланың 31 мең балаһы яҡшы медицина хеҙмәтләндереүе аласаҡ”.

Яңы бина бөтәһен дә, шул иҫәптән тар белгестәрҙе лә үҙенә һыйҙырасаҡ. Эштәрҙең күпселек башҡарылған. Иҙәндәргә плитәләр түшәлә, эске биҙәү бына-бына тамамланырға тора. "Балалар һаулығын һаҡлау төбәк проекты"клиникаларҙы капиталь ремонтлауҙан, медицина хеҙмәте күрһәтеү инфраструктураһын үҫтереүҙән тыш, заман стандарттарына яуап биргән яңы поликлиникалар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Программаға шулай уҡ бөтә республика буйынса педиатрия, перинатология һәм неонетология өлкәһендә медицина хеҙмәткәрҙәренең белемен күтәреү ҙә индерелгән.

Рита Соколинская, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының капиталь төҙөлөш буйынса бүлек етәксеһе: “Был поликлиникаларҙы төҙөй башлау, иҫкеләренең майҙандары бәләкәй булыуы һәм биналары тап килмәүе һөҙөмтәһендә башҡарылды. Мәсьәлә республика өсөн көнүҙәк. Әле Баймаҡта һәм Мәсәғүттә яңы дауаханалар проектын тормошҡа ашырыу өсөн сығымдар бүленде”.

Проект сиктәрендә Өфөлә республика балалар дауаханаһы бинаһына капиталь ремонт үткәрелә һәм балалар онкология үҙәге төҙөлә. Бөрөлә иһә яңы акушерлыҡ корпусы төҙөлә. Быйыл республикала бөтәһе 20 балалар поликлиникаһы ремонтланасаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республикала «Балалар һаулығын һаҡлау» проекты тормошҡа ашырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество