Баймаҡ ҡалаһында «Йондоҙ менән күнкмә» ойошторолдо

Баймаҡ ҡалаһында «Йондоҙ менән күнкмә» ойошторолдо https://bash.news/news/97530_bajma_alaynda_jondo_menn_knkm_ojoshtoroldo
31 май 2019, 22:38

“Йондоҙ менән күнекмә”. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе проекты сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһында ошо исем аҫтында акция үтте. Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә Өфөлә старт алған эстафета сентябргә тиклем республиканы урап сығасаҡ. Тантанала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Баймаҡтарҙың иртәһе йондоҙ менән күнекмәнән башланды. Йондоҙ сифатында – Сибай ҡалаһынан танылған спортсыһы - 3 тапҡыр СССР кубогы еңеүсеһе, 6 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Фәнил Әминев булды.

Спорт барыһын да берләштерә. Иртәнге күнекмә кесеһен дә, олоһон да бер майҙанға йыйҙы. Улар бер рәткә теҙелеп спорт оҫтаһы ҡушҡан күнекмәләрҙе ҡабатланы.

Сараның маҡсаты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Акция-эстафетаны баймаҡтар бөрйәндәрҙән ҡабул итеп алып, Хәйбулла районына тапшырҙы.

“Йондоҙ менән күнекмә” акция-эстафетаһына йомғаҡ сентябрҙә яһала. Уның сиктәрендә иң креатив, Интернет киңлектәрендә иң ныҡ таралған һәм иң күп халыҡ йыйған күнекмәләр номинациялары еңеүселәре айырым билдәләнәсәк. Ә әлегә күнекмәләр дауам итә.

Автор: Азамат Бирғәлин.

Баймаҡ ҡалаһында «Йондоҙ менән күнкмә» ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд