«Өфө» футбл клубы Премьер-лигала ҡалды!

«Өфө» футбл клубы Премьер-лигала ҡалды! https://bash.news/news/97690_f_futbl_kluby_premerligala_aldy
03 июн 2019, 22:53

Бындай хоҡуҡты Башҡортостан футболсылары "Томь" командаһына ҡаршы ике уйын һөҙөмтәһендә яуланы. Томскиҙан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы көйәрмәндәр баш ҡала аэропортында файерҙар менән ҡаршы алды.

Әлбиттә, төп иғтибар Вячеслав Кротовҡа йүнәлтелде. Сөнки һуңғы минуттарҙа уға Александр Беленовтың урынына ҡапҡаға баҫырға тура килде. Һөжүм итеүсе үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәне.

Томскиҙа үткән уйында яҡташтарыбыҙ 1:0 иҫәбенә отолдо. Әммә ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса Вадим Евсеев тәрбиәләнеүселәре 2:1 иҫәбе менән өҫтөнөрәк булды. Был уңыш "Өфө" клубына киләһе миҙгелдә лә Премьер-лигала сығыш яһау мөмкинлеге бирҙе. Уҙған миҙгел Башҡортостан командаһы өсөн бик ауыр булды. Баш тренерҙарҙың йыш алмашыныуы, көслө футболсыларҙың ситкә китеүе ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Шуға ҡарамаҫтан ҙур футбол Башҡортостандан китмәйәсәк һәм был иң ҙур яңылыҡ һанала.

Автор: Илдар Байбулатов.

«Өфө» футбл клубы Премьер-лигала ҡалды!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество