«Меркурий» торлаҡ комлексында торлаҡ алып алданыусылар фатир асҡыстарын 2021 йылдан ала башлай

«Меркурий» торлаҡ комлексында торлаҡ алып алданыусылар фатир асҡыстарын 2021 йылдан ала башлай https://bash.news/news/97695_merkurij_torla_komleksynda_torla_alyp_aldanyusylar_fatir_asystaryn_2021_jyldan_ala_bashlaj

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән төҙөлөш сәғәтендә белдерелде. Өфөнөң Киров районында, Менделеев, Кувыкин, Баҡалы урамдары киҫелешкән кварталда урынлашҡан "Меркурий" комплексында төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар һаны 228 кеше. Бында йорттарҙың бер өлөшө 2011 йылға тиклем файҙаланыуға тапшырыла, әммә банкротлыҡ процедураһы башланыу сәбәпле, төҙөлөш туҡтап ҡала.

Әле был объекттарҙы ике йылдан сафҡа индерә башлау мөмкинлеге ҡарала. "Миловка паркы" торлаҡ комплексында ла эш дауам итә, бер юлы биләмәләрҙе тәртипкә килтереү ҙә бара. 3-4 кварталдағы йорттарҙы фатирҙарҙы тапшырыуға әҙерләү бара. Объекттар газ селтәрҙәренә тоташтырыла. 10 кварталда ла һуңғы эштәр башҡарыла.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев әйтеүенсә, эш графикҡа ярашлы бара тип әйтергә мөмкин. Ултырышта "Серебрянный ручей", "Интеграл" комплекстары буйынса ла юл картаһының үтәлеше тикшерелде.

Григорий Невоструев, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн төрлө алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, Өфөнөң "Сатурн" комплексын сафҡа индереү өсөн яңы компания йәлеп итеү бара. Октябрь революцияһы урамындағы был обьект 95 процентҡа төҙөлөп бөткән тиерлек. Эргәлә генә заправкалау станцияһы урынлашыуы ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, был йүнәлештә лә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Меркурий» торлаҡ комлексында торлаҡ алып алданыусылар фатир асҡыстарын 2021 йылдан ала башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество