Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй https://bash.news/news/97722_bgn_bt_donya_mosolmandary_uraa_bajramyn_bildlj
04 июн 2019, 21:08

Ошо уңайҙан республика халҡын Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау тексы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

"Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Атай-олатайҙарыбыҙ йолаларын ихтирам итеп, беҙ уларҙың васыятын үтәргә тырышабыҙ, рухи камиллыҡҡа ынтылабыҙ, изге эштәр ҡылабыҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн диндарҙар Ураҙа тамамланыуын билдәләү, бер-береһенә хөрмәт күрһәтеү, күңел йылыһын уртаҡлашыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу өсөн туғандары һәм яҡындары янына йыйыла. Башҡортостандың мосолман өммәтенә хәйриә эшмәкәрлеге, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ярҙам күрһәткәне, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Изге Ураҙа байрамы йорттарыбыҙға йылылыҡ, иман нуры һәм күңел тыныслығы килтерһен! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!", теләйем тиелә Башҡортостан етәксеһе ҡотлауында.

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа