Башҡортостан табиптары тамаҡҡа уникаль операция башҡара

Башҡортостан табиптары тамаҡҡа уникаль операция башҡара https://bash.news/news/97827_bashortostan_tabiptary_tamaa_unikal_operaciya_bashara
05 июн 2019, 23:03

Дөрөҫ, әле Мәскәү белгестәре менән берлектә, әммә киләсәктә был әмәлиәт даими медицина ярҙамына әйләнер тип көтөлә. Хирургтар углекислоталы лазер ярҙамында тамаҡ ауырыуҙарын дауалау. Был алым пациент, табиптар өсөн дә отошло. Тәүге операцияларҙың береһен беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте.

Илһөйәр Рәхмәтнур ҡыҙы ҡалҡан биҙе ауырыуының башланған ғына ваҡытын хәтергә төшөрөргә лә ҡурҡа. Тын быуылып үлер сиккә етеүҙәр, тауыш юғалыуы даими күренешкә әйләнә башланғайны ти, ул. Өфөлә эшләнгән операциялар ҙа ярҙам итмәй. Табиптар уның тын юлына көпшә ҡуя. Әммә өс йыл элек барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Илһөйәр ханым тотош илгә танылған отоларинголог Ибраһим Нәжметдиновҡа эләгә.

Ибраһим Нажметдинов ҡулланған алым хәҙер Башҡортостанда ла файҙаланыласаҡ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында тәүге операциялар үтте лә инде. Беҙҙең табиптар өсөн ят әмәлиәтте Мәскәү белгесе үҙе эшләй.

Ибраһим Нәжметдинов, табип-отоларинголог, медицина фәндәре кандидаты: “Тамаҡ ауырыуҙары хәҙер йыш күренешкә әйләнә бара. Яман шешкә әйләнеп китеү оспраҡтары ла бик күп. Тәүге стадияларында уҡ ауырыуҙы дауалау йәһәтенән был алым отошло. Операция ла ярты сәғәттә генә уҙғарыла, реабилитация осоро ла ҡыҫҡа”.

Башҡортостан өсөн уникаль әмәлиәт углекислоталы лазер ярҙамында башҡарыла. Йәғни, пациенттың тәне киҫелмәй. Ҡырҡып алынған ерҙәр ҙә тиҙ уңала һәм тын юлдары, тауыштың да тулыһынса кире тергеҙелеү мөмкинлеге арта.

Әле Башҡортостан табиптары Мәскәү һәм сит илдән килгән белгестәр тәжрибәһен уртаҡлаша. Тиҙҙән улар был әмәлиәтте үҙҙәре яһай башлаясаҡ. Медицина учреждениелары кәрәкле ҡорамалдар, углекислоталы лазер менән йыһазландырылһа был уникаль операцияны күпләп эшләүҙе яйға һалырға мөмкин буласаҡ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостан табиптары тамаҡҡа уникаль операция башҡара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд