Силәбе ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнәсәк

Силәбе ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнәсәк https://bash.news/news/97828_silbe_alaynda_bashort_tele_uytyusylary_erlnsk
05 июн 2019, 23:04

Яңы йүнәлеш Башҡорт һәм Силәбе дәүләт университеттары араһында ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был туралағы документҡа бөгөн уҡыу йорттары ректорҙары Николай Морозкин менән Диана Циринг ҡул ҡуйҙы.

Тарихи килешеү берлектәге проекттарҙы һәм ғилми өлкәләге эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Әлеге ваҡытта Силәбе дәүләт университетында Евразия һәм көнсығыш факультеты уңышлы эшләй. Белем биреү йүнәлешен киңәйтеү маҡсатында бында киләсәктә башҡорт теле уҡытыусыларын да әҙерләй башлау ҡаралған. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт университетының профессор-уҡытыусылар составы үҙ тәжрибәләре менән бүлешәсәк.

Күрше өлкә вәкилдәре Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла булды. Улар уҡыу йорто етәкселеге менән берлектә Мифхатхетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды, ВУЗ-дың матди техник базаһы, белем биреү шарттары менән яҡындан танышты. Ошонда уҡ ике университет араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яҡтар ҡабул ителгән документтың яҡынлашып килгән бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Автор: Илдар Байбулатов.

Силәбе ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд