Өфөлә Псифест «Урал легендалары» форумы асылды

Өфөлә Псифест «Урал легендалары» форумы асылды https://bash.news/news/98011_fl_psifest_ural_legendalary_forumy_asyldy
07 июн 2019, 21:59

Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә психологтар тәжрибә уртаҡлаша. Форумда 10 төбәк һәм ун биштән ашыу ҡаланан, сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Ғалимдар, табиптар һәм был өлкә менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн лекциялар,оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Конференция быға тиклем Мәскәү һәм Симферополь ҡалаларында үткән.

Илгиз Тимербулатов, Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы: “Кәңәшмәне өсөнсөгә уҙғарыу урыны күп субъекттар араһынан һайлап алынды. Өфө психология, психотерапия суицидты иҫкәртеү йүнәлешендә уңышлы эшләгән ҡала булараҡ билдәләнде”.

Изабель Селестин – Лопите, психотерапевт: “Мин гипнозды операциялар ваҡытында ҡулланыуҙы күрһәтәсәкмен. Беҙ күп тапҡыр операция үткәргән кешеләргә анестезия дозаһын кәметеү өсөн психологик тәьҫирҙе ҡулланабыҙ. Был практика 18 йыл дауамында эшләй”.

Психотерапия көнбайыш илдәрҙә электән үҫешһә, Рәсәйҙә ул туҡһанынсы йылдар уртаһында индерелә. Халыҡта психологтарға мөрәжәғәт итеү, уны профилактика булараҡ ҡулланыу башланғыс кимәлендә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә Псифест «Урал легендалары» форумы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа