Баймаҡ районының Байыш ауылы мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Баймаҡ районының Байыш ауылы мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне https://bash.news/news/98014_bajma_rajonyny_bajysh_auyly_mktbe_ber_byuatly_yubilejyn_bildlne
07 июн 2019, 22:00

Тантанаға мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, уҡытыусылар, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Башланғыс синыфтарҙан ғына торған уҡыу йорто 1986 йылда урта мәктәпкә үҙгәртелә. Беренсе директоры итеп Рәсәйҙең Мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Урал Мәжитов тәғәйенләнә.

Күркәм юбилейға арнап мәғариф ветераны Фәтхиә Кәримова дүрт китап сығара. Был китаптарҙа тарих уҡытыусыһы ауылы халҡы, арҙаҡлы яҡташтары, мәктәп хәтирәләре менән бүлешә. "Йыл мәктәбе" исемен алған белем усағы күренекле шәхестәр үҫтерә. Айытбай менән Лоҡман Ғүмәровтар, Миңзифа һәм Миңзәлә Байышевалар, Рамаҙан Йәнбәков һәм башҡалар.

Юбилей кисәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурия Мортазина «Мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Алдынғы уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырылды.

Баймаҡ районының Байыш ауылы мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд