18 июндә Өфөлә төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар съезы үтә

18 июндә Өфөлә төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар съезы үтә https://bash.news/news/98160_18_iyund_fl_tlshk_asa_alyp_aldanyusylar_sezy_t

Торлаҡ мутлашыуҙарында зыян күреүселәр менән власть даирәләре араһында бәйләнеш булдырыу. Әлегә тиклем асыҡ ҡалған һорауҙарға берлектә яуап эҙләү. Был турала бөгөн республика хөкүмәтендә үткән төҙөлөш сәғәте кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Ултырыштың көн тәртибенә проблемалы йорттарҙы сафҡа индереү барышы сығарылды.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев билдәләүенсә, объекттарҙың күбеһендә эш график буйынса бара.

Зөлфиә Ғайсина, Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың инициатив төркөмө вәкиле: “2019 йылдың 18 июнендә Башҡортостандың алданған өлөшсөләре съезд үткәрергә ниәтләй. Һуңғы 6 айҙа республика хөкүмәтенең зыян күреүселәрҙең мәсьәләрен хәл итеү барышы көн тәртибенә сығарыла. Ултырышта нигеҙле дәғүәләрҙе лә белдерергә мөмкин буласаҡ”.

18 июндә Өфөлә төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар съезы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна