Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Республика Башлығы вазифаһына кандидат итеп һайланды

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Республика Башлығы вазифаһына кандидат итеп һайланды https://bash.news/news/98169_radij_xbirov_berm_rsj_partiyaynan_respublika_bashlyy_vazifayna_kandidat_itep_ajlandy
10 июн 2019, 23:31

Сәйәси фирҡәнең Өфөлә бөгөн уҙған конференцияһында бар кандидаттар ҙа үҙ программалары менән таныштырҙы. Хәбәр итеүебеҙсә, праймеризда 4 кеше ҡатнашты, улар - Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев, "Рәсәй терәге" ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Йәшерен тауыш биреүҙә конференциялағы 300 делегат ҡатнашты, уларҙың 264-е үҙ тауышын Радий Хәбиров өсөн бирҙе. Минең төп бурысым күп милләтле республика халҡының мәнфәғәтен яҡлау,- тине Радий Фәрит улы үҙ сығышында.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары әйтеүенсә, фирҡә тарафынан тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған күләмле программаларҙы ғәмәлгә ашырыу бара. Тағы ла төп маҡсаттарҙың береһе булып милли проекттарҙы үтәү тора. Шуға күрә кандидат алдына ҡуйыласаҡ бурыстар күп.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Республика Башлығы вазифаһына кандидат итеп һайланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа