"Башнефть" - Башҡортостан өсөн милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ һәм иҡтисади нигеҙе булып ҡала

"Башнефть" - Башҡортостан өсөн милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ һәм иҡтисади нигеҙе булып ҡала https://bash.news/news/98233_bashneft_bashortostan_sn_milli_aanysh_orurly_m_itisadi_nigee_bulyp_ala
11 июн 2019, 18:14

Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала бөгөн нефть компанияһының акционерҙар йыйылышында белдерҙе. "Башнефть" илдә тәүгеләрҙән булып интеллектуаль система ҡуллана башланы. Башҡортостанда беренсе "Цифрлы ятҡылыҡ" барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров компания ярҙамы менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты нигеҙендә донъяға танылған фәнни-белем биреү үҙәге булдырылыуға ышаныс белдерҙе.

Башнефть - Башҡортостан өсөн милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ һәм иҡтисади нигеҙе булып ҡала
Башнефть - Башҡортостан өсөн милли ҡаҙаныш, ғорурлыҡ һәм иҡтисади нигеҙе булып ҡала

"Башнефть" экология проекттарында ла әүҙем ҡатнаша. Яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөүгә 11 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Бындай система илдә иң яҡшыһы иҫәпләнә. Хәйриә эшмәкәрлеге лә иғтибар үҙәгендә. Компания мәрхәмәтлек сараларына йыл һайын 4 миллиард һум күсереп бара. "Башнефть" компанияһы президенты Андрей Шишкинды "Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләп Республика етәксеһе Радий Хәбиров: "Үҙ-ара ныҡлы хеҙмәттәшлеккә бәйле йылдам үҫеш күҙәтелә", - тине.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна