Учалы районы ауылдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ артисы, коллегабыҙ Әхәт Мортазиндың исеме биреләсәк

Учалы районы ауылдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ артисы, коллегабыҙ Әхәт Мортазиндың исеме биреләсәк https://bash.news/news/98263_uchaly_rajony_auyldaryny_bereen_bashortostandy_xaly_artisy_kollegaby_xt_mortazindy_iseme_birelsk
11 июн 2019, 23:08

Был турала шәхестең тыуған ауылы Яңы Байрамғолда үткән Хәтер кисәһендә хәбәр ителде. Шулай уҡ мәктәптең алдынғы уҡыусыһына ғаилә премияһы тапшырылды. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Республика халҡына ул бәрхәт тауышлы башҡорт Левитаны, ә Яңы Байрамғолдар өсөн яҡын кеше. Үҙе уҡыған, тыуған ауылы мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинға арналған стендҡа нигеҙ һалынды. Музейға коллегабыҙҙың тормош һәм ижад юлына бәйле иҫтәлектәр тапшырылды. Республикаға бик күп лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән Яңы Байрамғол мәктәбе музейында ғөмүмән, тотош ауыл тарихы һаҡлана. Шәжәрә ағасы ғына төп урынды биләй. Әхәт Мотаһар улы мәҫәлән, ошо ауылға нигеҙ һалыусының һигеҙенсе быуыны.

Рәмзиә Шаһиева, Яңы Байрамғол ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы: “Беҙҙең Байрамғолдар үҙ шәжәрәһен онотмай. Һәр кем ете быуынын белә. 12 аймаҡ бар, улар “ауылдаштар” булған һайын берг йыйыла”.

Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Хәтер кисәһе Әхәт Мортазинды яҡындан белгәндәрҙе генә түгел, уның ижадын хөрмәт итеүселәрҙе бергә йыйҙы. Ауылдаштар Әхәт Мотаһар улының бала сағы, бергә уҡыған тиҫтерҙәштәре студент йылдарына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә яҡындары күңел һандығында һаҡланған ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе ҡуҙғатты.

Радик Мортазин, Әхәт Мортазиндың бер туған ағаһы: “Баҫалҡылығы көслө булды уның. Бер ваҡытта ла кешеләргә, иптәштәренә, дуҫтарына ауыр һүҙ әйтмәне. Ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәштәрен тыңлап, һәр һүҙен онотмай торғайны”.

Кешелекле һәм кеселекле булыуынан бигерәк, ул эскерһеҙ ҙә ине. Тап шул сифаттары менән хөрмәт яуланы. Матур телмәре менән һоҡландырған шәхес, моңло итеп йырлаған да...

Хәмдиә Кинйәморатова, Әхәт Мортазиндың төркөмдәше: “Ҡайҙа ғына булһа ла, беҙҙең Әхәт гитараһы менән йырлап күңелдәребеҙҙе күтәрҙе, бейетте. Йә шиғыр һөйләй торғайны, йә артистарса ҡыланып, күңелде күтәрә торғайны”.

Хәтер кисәһендә һәр кем күңелендәге ҡәҙерле хәтирәләрен еткерергә тырышты. Ул биргән һабаҡ рәхмәт һүҙҙәре менән үрелеп барҙы.

Гүзәл Ситдиҡова, "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы: “Әхәт ағай, матур, дөрөҫ телмәр, матур эфирҙар өсөн, яратҡан эшегеҙҙән алынған нур өсөн һиңә ҙур рәхмәт, остазыбыҙ. Әхәт ағайҙың тауышы, рухы “Юлдаш” радиоһы стеналарына һеңгән һәм ул бер ҡасан да юғалмаясаҡ, һүнмәйәсәк һәм һүрелмәйәсәк”.

Әхәт Мортазин исемендәге ғаилә премияһы булдырылды. Тәүгеләрҙән булып ул Яңы Байрамғол ауылы мәктәбе уҡыусыһы Тимур Вәлиуллинға тапшырылды.

Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә халыҡ артисы ваҡытында уҡыған эфир яҙмаларынан өҙөк тә тәҡдим ителде. Йыйылыусылар уларҙы күҙ йәштәре аша тыңланы. Бигерәк тә, ул башҡарған йырҙарҙы. Халыҡ аяғүрә баҫып алҡыштарға күмеп тыңланы...

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Учалы районы ауылдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ артисы, коллегабыҙ Әхәт Мортазиндың исеме биреләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна