Яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте

Яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте https://bash.news/news/98268_yaylytar_xemtene_bash_operatory_rsl_shaimrnov_bee_aranan_kitte
11 июн 2019, 23:41

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн ауыр юғалтыу кисерҙе, 55-се йәшендә яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте. Рәсүл Вәрис улы телевидениела 20 йылға яҡын эш дәүерендә республиканы арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡҡан, иң мөһим сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған тәжрибәле оператор, йәштәрҙең остазы ине.

Ябай инженерҙан баш операторға тиклем. Республика халҡына Рәсүл Шаһимәрҙәновтың исеме яҡшы таныш, үҙе кадр артында ҡалһа ла ижад емештәре көн һайын зәңгәр экрандарҙы биҙәй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, эшһөйәр оператор иң мөһим ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Тамашасылар сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларға тап уның күҙе аша баға.

Рәсүл Шаһимәрҙәновтың тағы бер мөһим сифаты ниндәй генә ҡатмарлы хәлдәрҙә лә тыныслыҡ һаҡлауы, хеҙмәттәштәренә ҡарата ипле, ихтирамлы мөғәлләмәлә булыуы. Һәм үҙе төшөргән кадр өсөн оло яуаплылығы, ул бәләкәс кенә етешһеҙлекте лә ғәфү итмәй, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла. Башҡа операторҙарҙан да шуны талап итә.

Имәндәй ныҡ, һәр ваҡыт бөхтә, мөһабәт, олпат коллегабыҙ эшкә етди ҡараһа ла тормошҡа балаларса эскерһеҙлек, ихласлыҡ менән баға. Сетерекле ваҡиғаларҙы ла шаярыу ҡатыш үткәрә белә.

Дауахана юлын тапамаған, бер ҡасан да сәләмәтлегенә зарланмаған Рәсүл Вәрис улын мәкерле ауырыу ҡапыл аяҡтан йыҡты. Тик күңел ышанмай, уның тураһында үткән заманда һөйләргә тел әйләнмәй, ишек асылыр ҙа операторыбыҙ камераһын тотоп йылмайып инер төҫлө.

Тынғыһыҙ оператор аҙаҡҡы көндәренә тиклем эш өҫтөндә үткәрә, хатта ғүмеренең һуңғы минуттарында, үлем менән көрәшкән ваҡытта ла уның уйҙары тик эш хаҡында була. Рәсүл Вәрис улы яратҡан коллективы янына ашыға, республика халҡын яңы репортаждар менән һөйөндөрөргә теләй. Тик уның ғүмере ай ярым эсендә генә шәмдәй һүнә. Үкенескә башҡаса зәңгәр экрандар аша Рәсүл Шаһимәрҙәнов, яңылыҡтар хеҙмәте тигән һүҙҙәр менән яңғырамаясаҡ..

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Яңылыҡтар хеҙмәтенең баш операторы Рәсүл Шаһимәрҙәнов беҙҙең аранан китте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа