Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлеге асылыуға егерме йыл тула

Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлеге асылыуға егерме йыл тула https://bash.news/news/98269_kile_jyl_respublika_balalar_klinik_dauaxanaynda_nejroxirurgiya_blege_asylyua_egerme_jyl_tula
11 июн 2019, 23:44

Юбилей датаһын аҡ халатлылар төҙөкләндерелгән бинала ҡаршылаясаҡ. Әлегә корпуста капиталь ремонт эштәре бара. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре кескәй пациенттарҙы дауалауҙы бер секундтҡа ла туҡтатмай. Бүлек мөдире, талантлы нейрохирург Айрат Тимершин хаҡында киләһе репортаж.

Межгорье ҡалаһынан Артур Булатов үҙен ысын ир-егеттәрсә тота. Баш һөйәгенә операция яһалыуға ни бары ике көн. Һыҙланыуҙарға бирешмәҫкә өйрәнгән, күрәһең. Быға тиклем дә мейеһендә барлыҡҡа килгән эренле шешкә бәйле әмәлиәттәр үткәргәне булған. Табиптар сираттағы операциянан һуң үҫмерҙең сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләй. Әсә кеше өсөн был, әлбиттә, ҡыуаныслы яңылыҡ.

Рита Булатова, Артур Булатовтың әсәһе: “Баш ере бит ул, мейеһе эргәһендә генә. Шуға ҡурҡттыҡ. Хәҙер йылмайып тик йөрөй, операция үткәс ни. Хәҙер бит башҡа операция кәрәкмәй. Шуға шатланабыҙ”.

Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә бөгөн өс тиҫтәгә яҡын кескәй пациент дауалау курсы үтә. Медицина учреждениеһында был хеҙмәт 2000 йылдың майында асылған. Бүлекте Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Айрат Тимершин етәкләй. Талантлы нейрохирург һәр эш көнөн балалар менән аралашыуҙан башлай, артабан ике-өс операция яһауҙа ҡатнаша. Йыл һайын бында баш мейеһе яман шеше менән генә район-ҡалаларҙан 45-кә яҡын бала ҡабул ителә.

Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: “Баш мейеһе, арҡа мейеһе сирләре бик ҡатмарлы. Тыумыштан сирләгән балалар бар. Педагог та, психолог та булаһың. Шундай ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та беҙҙең профессия”.

Айрат Ғафи улы 1986 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, Өфөләге 17-се дауаханала ординатор булараҡ хеҙмәт стажын башлай. Артабан республика балалар клиник дауаханаһына эшкә күсә. Нейрохирургия буйынса Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Екатеринбург ҡалаларында белемен камиллаштыра, Европа һәм донъя кимәлендә ойошторолған конференцияларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Медицина фәндәре кандидатының 80-ән ашыу ғилми эше бар. Балаларҙың баш мейеһе яман шеше, йәрәхәттәре, үҙәк нерва системаһының кәмселектәре хаҡында методик тәҡдимдәре нәшер ителгән.

Фәнзиә Әбделнасирова, Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге өлкән шәфҡәт туташы: “Сит илдәрҙә лә сығыштар яһап, докладтар яһап ҡайта. Бигерәк алтын ҡуллы, бигерәк оҫта хирург. Кешелекле, балаларға ҡарата иғтибарлы”.

Операция ваҡытында хиругтан үтә лә иғтибарлы булыу талап ителә. Айрат Тимершин был йәһәттән эшенә яуаплы ҡарай. "Заманса дауалау ҡорамалдары булғанда, баш мейеһенә яһалған ҡатмарлы әмәлиәттәр ҙә еңел башҡарыла,"-ти ул. Балаларҙың һаулығы һағында хеҙмәт итеү - көндәлек бурыс.

Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы: “Баш мейеһен йәрәхәтләндерергә тейеш түгелбеҙ, шуға күрә микрохирургия ҡорамалдары менән эшләйбеҙ. Ауыр сирҙән балаларҙы ҡотҡарһаң, ул иң ҙур бәхет”.

Дауаханала өйәнәк, церебраль фалиждан яфаланыусы кескәй пациентарға ла юғары технологиялы операциялар яһала. Башҡортостандың баш балалар нейрохирургы Айрат Тимершин тәүлек әйләнәһенә тиерлек хеҙмәт урынында. Бүлектә йәш белгестәргә тәжрибә уртаҡлашып та, лайыҡлы һөнәри алмаш тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлеге асылыуға егерме йыл тула

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа