Башҡортостан халҡы бөгөн бер юлы өс байрам билдәләй

Башҡортостан халҡы бөгөн бер юлы өс байрам билдәләй https://bash.news/news/98296_bashortostan_xaly_bgn_ber_yuly_s_bajram_bildlj
12 июн 2019, 21:59

Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты декларацияһын ҡабул итеүгә 29, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 445 һәм милли геройыбыҙ-Салауат Юлаевтың тыуыуына - 265 йыл.

Рәсәй көнө илдә иң йәш һәм шуға ҡарамаҫтан, илһөйәрлекте сағылдырған төп байрам. Уның тарихы Советтар союзы тарҡалғандан һуң, 1990 йылда дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итеүгә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй көнө халыҡ араһында айырыуса киң билдәләнә. Өҫтәмә ял көнө, күңел асыу сараһы тип түгел, ә ысын мәғәнәһендә патриотлыҡ байрамы булараҡ ҡабул ителә.

Бөгөн шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙенең тыуған көнөн билдәләй. 1574 йылда Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән ҡәлғә 1586 йылдан башлап Өфө тип атала башлай. Бөгөн Имәнҡала тип йөрөтөлгән урында – хәҙерге "Дуҫлыҡ монументы"на республика етәксеһе Радий Хәбиров, хөкүмәт ағзалары, депутаттар сәскәләр һалды. Бөгөн иһә Өфө миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар исемлегендә. Ул йылдан-йыл матурая, үҫә. Өфө ысын мәғәнәһендә Бөйөк Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы.

Республика етәкселеге милли батырыбыҙ һәйкәленә лә сәскәләр һалды. Республика бөгөн Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуҙы билдәләй. Башҡорт халҡы өсөн Салауат азатлыҡ, рухи ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Быуаттар үтеү менән уның исеме тағы ла данлыраҡ, ғорурыраҡ яңғырай. Республикабыҙҙа милли батырыбыҙ исеме менән дәүләт символикаһы, юғары наградалар,ҡала, район исемдәре, спорт командалары, мәҙәни коллективтар бәйле. Баш ҡала ҡунаҡтарын бейек ярҙан ҡаршы алыусы Салауат һәйкәле лә тотош илдә иң ҙур атлы һын.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостан халҡы бөгөн бер юлы өс байрам билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа