12 июнь - Рәсәйҙә янғын һағы системаһы ойошторолоуға 370 йыл

12 июнь - Рәсәйҙә янғын һағы системаһы ойошторолоуға 370 йыл https://bash.news/news/98297_12_iyun_rsj_yanyn_ay_sistemay_ojoshtoroloua_370_jyl
12 июн 2019, 22:00

Ә Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт асылыуға 22 йыл тула. Өфө идаралығы ла үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Халыҡтың именлеге һағында тороусылар иҫтәлекле даталарҙы парад менән билдәләне. Янғын һүндереүселәрҙе Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Утта ла янмай, һыуҙа ла батмай тигән һүҙҙәрҙе был юлы тура мәғәнәһендә ҡулланырға мөмкин. Парадта ҡуйылған техника араһында һыуға төшһә йөҙөп, утҡа инһә һүндерә торғандары ла бар. Улар һәләкәт, ғәрәсәт урындарына тәүгеләрҙән булып ашыға, ташҡын, янғын, шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Хәҙер именлек һағында тороусылар заманса техникала эшләй, элек иһә янғын һүндереүселәргә һыуҙы аттарҙа ташырға тура килә. Тик бөгөн улар парадта юҡ, ойоштороусылар әйтеүенсә, малҡайҙар шау-шыуҙан өркә. Уның ҡарауы, боронғо техника өлгөләре бар.

Техника үҙ урынында, әммә йәмәғәтселектең именлеге тәү сиратта ошо системала эшләгән һөнәр эйәләренә бәйле. Был өлкәлә тик ҡыйыу, ҡаһарман йөрәкле кешеләр генә эшләй ала. Һеҙ беҙгә үҙебеҙҙе ышаныслы, ҡурсаулы итеп тойорға ярҙам итәһегеҙ, тине республика етәксеһе.

Бөгөн Өфөнөң "Мираҫ" йыр-бейеү фольклор ансамбле өсөн дә тарихи көнө. Башҡортостан мәҙәниәтен донъя, ил, республика кимәлендә танытҡан, мәҙәни сараларҙың биҙәге булған коолективҡа автобус тапшырылды. 55 урынға иҫәпләнгән транспорт сараһының хаҡы 9 миллион һумдан ашыу.

Радий Хәбиров Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында булып майҙанды төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү буйынса фекер алышты, халыҡ менән аралашты. Бында төрлө ижади акциялар ойошторолған, халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләй. Мәҫәлән, Учалынан Дим Мөжәүиров баш ҡалаға ҡурайҙар алып килгән, ул музыка ҡоралын республика етәксеһенә лә бүләк итте.

Бөгөн Өфөләге фонтандар һаны тағы берәүгә артты. Ленин исемендәге майҙанда сәғәт формаһында эшләнгән фонтан тәүге тулҡындарын урғылтты. Был объект һаҡаллы төҙөлөштәрҙең береһе, уны сафҡа индереү оҙаҡ ҡына кисектерелеп килде. Фонтанда сәғәтте өҫкә урғылған тулҡындар буйынса билдәләргә мөмкин, ә бына бейеклектән ҡарағанда инде ваҡыт асыҡ күренеп тора.

Байрам йыр-бейеүҙән, ижади бәйгеләрҙән гөрләп торҙо. Халыҡ әйтеүенсә, ҡаланың был өлөшөндә хәҙер ял ваҡыттарын үткәреү өсөн тулы шарттар бар.

Тирә-йүн төҙөк, таҙа, күркәм булғанда байрам кәйефе лә һиҙелә, күңелдәр ҙә күтәренке була. Бөгөнгө күләмле сара шуға асыҡ миҫал.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

12 июнь - Рәсәйҙә янғын һағы системаһы ойошторолоуға 370 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество