«Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивале тамамланды

«Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивале тамамланды https://bash.news/news/98301_bermlek_xalyara_festivale_tamamlandy
12 июн 2019, 22:04

Быйыл ун бишенсе тапҡыр үткән "Берҙәмлек" фестивале үҙенсәлекле, бай программа менән айырылып торҙо. CIOFF - Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт советы календаренә ингән был сара 10 ил коллективын берләштерҙе.

Алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар биш көн эсендә Әлшәй, Благовар, Иглин райондарында, Өфөлә булды. Улар Һабантуй, этно-көн, хәйриә концертында ҡатнашты. "Берҙәмлек" халыҡ-ара фестивале - таланттарҙы һәм милли мәҙәнитте генә күрһәтеү түгел. Ул яңы дуҫтар табыу, тәьҫораттар байрамы ла.

Халыҡ-ара кимәлдәге сара бөгөн Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Концертҡа килгән ҡунаҡтар байрам кисерештәренә күмелде. Артабан сәхнә йондоҙҙары Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

«Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивале тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд