Урал аръяғында инвестиция һабантуйына әҙерләнәләр

Урал аръяғында инвестиция һабантуйына әҙерләнәләр https://bash.news/news/98341_ural_aryaynda_investiciya_abantujyna_erlnlr
13 июн 2019, 13:00

Ул 21 июндә Сибай ҡалаһында башлана. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар күп булмаҡсы. Әле 500-ҙән ашыу федераль һәм төбәк дәүләт ойошмаһы вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары сараға килеүҙәре тураһында хәбәр иткән.

Урал аръяғында инвестиция һабантуйына әҙерләнәләр
Урал аръяғында инвестиция һабантуйына әҙерләнәләр

Инвестиция һабантуйының пленар өлөшө “Innoregion: барыһы ла эшләргә теләгән биләмәләр” тип атала. Унда эксперттар төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу тураһында фекер алыша. Экология, туризм үҫеше һәм транспорт инфраструктураһы хаҡында ла һөйләшеү буласаҡ. Үҙенсәлекле формат бизнес-форумды ысын байрамға әйләндерәсәк, ти ойоштороусылар. Ҡатнашыусылар Әбйәлил районында һабантуйға ла ҡушыла.

Бер нисә көн элек Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты. Унда ҙур инвестиция килешеүҙәре төҙөлдө. Инвестиция проекттары меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, ти белгестәр.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна