Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү киләһе айҙа башлана

Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү киләһе айҙа башлана https://bash.news/news/98395_respublika_kardiologiya_dispanseryn_tklndere_kile_aja_bashlana
13 июн 2019, 22:42

Был турала медицина учреждениеһы нигеҙендә үткән сәләмәтлек сәғәте кәңәшмәһендә билдәләнде. Проекттың дөйөм хаҡы 6 миллиард һум самаһы. Был аҡсаларҙың яртыһын федераль бюджеттан йәлеп итеү ҡарала. Яңы хирургия корпусының макетын дауахананың баш табибы Радий Хәбировҡа күрһәтте.

Республика етәксеһе кардиология үҙәге бинаһы менән яҡындан танышты. Операция блогы, балалар һәм ололар, анестизиология һәм реанимация бүлектәрен ҡараны. Пациенттарҙың хәлен белеште, шарттар менән ҡыҙыҡһынды. Кәңәшмә барышында социаль селтәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская республика етәксеһе аккаунтына һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса килгән һорауҙар менән таныштырып үтте. Иң көнүҙәк темаларҙың береһе урындарҙа табиптар етешмәүгә бәйле.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “За это время я был в нескольких районах, общался с жителями. И первый вопрос, который я слышу, - не хватает врачей. Проблема действительно пока не снимается. Люди не могут попасть порой на простейший осмотр. По первому кварталу у нас хорошая динамика по привлечению врачей. Прошу вас темпы не сбавлять”.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү киләһе айҙа башлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа