Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлеген Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй

Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлеген Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй https://bash.news/news/98396_respublika_klinik_dauaxanayny_anesteziologiyareanimatologiya_blegen_bashortostandy_ataanan_tabiby_gzl_kuchukova_etklj
13 июн 2019, 22:43

Кисектергеһеҙ ярҙам. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлегендә йыл һайын меңгә яҡын пациенттың ғүмере ҡотҡарыла. Бүлекте Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй. "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтендә тәжрибә туплап, яуаплы вазифаға күскән белгес хаҡында киләһе видеояҙма.

Ғафури районынан Альбина Йәрмөхәмәтова үҙен икенсегә донъяға килгән кеүек тоя, сәләмәтлегендә ниһайәт, ыңғай үҙгәрештәр. Ә бит бер ай элек кенә ул бөйөр етешмәүсәнлегенән яфаланып, үлем менән йәшәү сигендә була. Пациентты санитар авиация ярҙамында Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына килтереләр. Әле ҡыҙ реанимация бүлегендә дауалана. Махсус ҡоролма ярҙамында уның ҡаны 16 тапҡыр таҙартылған.

Альбина Йәрмөхәмәтова: “Әле үҙемде яҡшыраҡ тоя башланым. Бөйөрҙәрем эшләй башланы. Табиптар хәлемде көн дә белешә. Йәшәгем килеп китте, ауылға ҡайтҡым килә”.

Дауаханала киҫкен хәлдә булған пациенттар өсөн диализ бүлмәһе булдырылған. Яһалма ағза аппаратына тоташтырылған ауырыуҙар үҙҙәрен һәр ваҡыт иҫерек, йә температураһы ҡырҡ градусҡа тиклем күтәрелгән кеүек хис итә. Ике генә процедураны ҡалдырғанда ла - кеше өсөн үлемесле. Анестезиология-реаниматология бүлегенә акушерлыҡ, гинекология өлкәһендә интенсив терапияға мохтаж пациенттар ҙа ҡабул ителә. Йыл һайын берҙәм коллектив көсө менән бында меңгә яҡын ауырыуҙың ғүмере ҡотҡарыла. Бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова 36-сы йыл һаулыҡ һағында. Йәш сағынан уҡ ул үҙен ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ белгес булараҡ таныта. Юғары уҡыу йортон тамамлағас та, Үзбәкстанда хәрби часта хеҙмәт иткән, Оло Тәләк фажиғәһендә йәрәхәтләнеүселәрҙе ҡотҡарыуҙа ла ҡатнашҡан.

Гүзәл Кучукова, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире: “Студент саҡта өс йыл "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтендә эшләнем. Пациент менән яңғыҙ ҡалғанда төрлө хәлдәргә тарый торғайным. Бигерәк тә киҫкен хәлдәге ауырыуҙарҙы ҡотҡарып, уларҙы дауаханаға оҙатҡанда һөнәрҙө дөрөҫ һайлағаныңды аңлайһың. Артабан реанимация бүлегенә күстем. Бында эш күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ. Медицина персоналы тәүлек әйләнәһенә пациенттарҙың ғүмере өсөн көрәшә”.

Реанимация бүлеге хеҙмәткәрҙәре ваҡыт ҡәҙерен яҡшы белә. Кеше организмында йәшәү өсөн мөһим функцияларҙы тергеҙгәндә һәр секунд ҡәҙерле. Шуға диагноз ҡуйғанда, дауалау процедураларын билдәләгәндә йыш ҡына консилиумдар ҙа ойошторорға тура килә.

Гүзәлиә Дилмөхәмәтова, табип-кардиолог: “Реанимация бүлегендә үҙ эшен яратҡан, көслө реаниматологтар эшләй. Санавиация ярҙамында бөтә республиканан пациенттарҙы килтерәләр. Инфаркт, инсульттар, төрлө йәрәхәттәр менән. Операциянан һуң хәлдәре ҡатмарлашҡан пациенттар килә”.

Бүлектә пациенттарҙың йөрәк тибеше, тын алышы туҡтамаһын өсөн тынғыһыҙ эш алып барыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙар янында. Бөгөн республикала меңгә яҡын табип-реаниматолог талап ителә. Әлегә улар биш йөҙ генә. Яуаплы һөнәрҙә көсөргәнеш юғары. Көслө рухлы ла булырға кәрәк. Берҙәм коллектив киләсәктә йәштәр араһында ҡыйыуҙар һаны артыр тип өмөтләнә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлеген Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд