Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк объектты үҙҙәре һайлай

Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк объектты үҙҙәре һайлай https://bash.news/news/98397_oktyabrskij_alaynda_jshselr_tklnderelsk_obektty_re_ajlaj

"Уңайлы ҡала мөхите". Был милли проектта ҡатнашыу Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр өсөн киң мөмкинлектәр аса. Граждандар интернет тауыш биреү буйынса төҙөкләндереләсәк объектты үҙҙәре һайлай. Һуңынан күпселек тауыш йыйған проектҡа ярашлы эш башлана.

60-сы йылдарҙа геофизик ойошмаһы йәштәре тарафынан төҙөлгән сквер тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәртеп ҡороласаҡ. Бында ҡала халҡының барлыҡ теләктәре иҫәпкә алынған. Ял итеү эскәмйәләре, спорт һөйөүселәргә йәйәүлеләрҙән айырым велосипед юлдары, бала-сағаға заманса уйын майҙансыҡтары.

Илмир Сәлмәнов, баш инженер: “Скверҙа капиталь ремонт башҡарыуҙа 10 берәмек техника, 40 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Ағастар тәртипкә килтерелә, брусчатка түшәлә, эштәр 10 июлгә тамамланасаҡ”.

Иртә таңдан алып ҡояш байығансы, ҡала үҙәгендә урынлашҡан скверҙа эш туҡтауһыҙ бара. Төҙөкләндереүсе ойошма йәйге аяҙ көндәрҙең минутын да әрәм итмәй, мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланырға тырыша.

Венер Хәбибрахманов, төҙөлөш участкаһы мастеры: “Ун көн дауамында ямғырҙар грунт ташырға ҡамасауланы. Беҙ ул мәлдәрҙә ваҡ эштәр башҡарҙыҡ. Ауырлыҡтарҙы бер нәмәгә ҡарамай еңеп сығырбыҙ тип уйлайым”.

Берҙәм тауыш биреү көнөдә ҡала халҡы капиталь ремонт үткәреләһе объекттарҙы үҙҙәре һайлаған. Геофизиктар паркын төҙөкләндереү проекты тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса икенсе урынға сыҡҡан. Йәмәғәт биләмәһе ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Был скверҙа капиталь ремонт үткәреү ҡала халҡының тормошон уңайлыҡтар менән тәьмин итер тип көтөлә.

Шамил Фәррәхшин, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Бында ремонт июль баштарына тамамланасаҡ. Яҡтыртыу ҡорамалдары ла тулыһынса ҡайтартылды. Ҡойма ямғырҙар эштәрҙе бер ни тиклем тотҡарлауға ҡарамай,подрядсы ойошма тырышып эшләй”.

Геофизиктар скверын төҙөкләндереүгә ҡаҙнанан 12 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был сквер капиталь ремонт үткәндән һуң ҡаланың иң күркәм урынына әйләнәсәк,ти, төҙөүселәр.

"Уңайлы мөхит" проекты Октябрьский халҡына ошо скверҙа капиталь ремонт үткәреү мөмкинлеге биргән. Июль баштарына ҡала кешеләре был скверҙа ял итә, спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр төҙөкләндереләсәк объектты үҙҙәре һайлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна