“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә

“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә https://bash.news/news/98439_sarmattar_varitary_tign_etnofolklor_festivalene_vayty_gr
14 июн, 12:12

Ишембай районында иртәгә үтергә тейешле сара 29 июнгә күсерелә.

“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә
“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә

Торатау итәгендә бындай сара беренсегә ойошторола. Ул район һабантуйы менән бергә үтә, ти Туризмды үҫтереү үҙәге директоры Артур Иҙелбаев.

“Сарматтар вариҫтары” тигән этно-фольклор фестиваленең ваҡыты үҙгәрә

Артур Иҙелбаев, Туризмды үҫтереү үҙәге директоры :

- Бер төрлө саралар бер ваҡытта, бер нисә районда үтә. Мәҫәлән, Ишембай һабантуйы, Салауат көндәре. Сараларҙы йыйып, бер урында үткәрергә тигән ҡарарға килдек. Һабантуй кеүек башланып, кискә тиклем программалар ҡаралған.

Этно-фольклор фестивалендә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. Бында милли уйындарҙа, йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, спорт турнирҙарында ҡатнашырға, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоу программаһын ҡарарға була. Балалар өсөн айырым программа әҙерләнә.

Юлдаш
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд