Дәүләт Думаһында фән тураһында ҡануниәт әҙерләнә

Дәүләт Думаһында фән тураһында ҡануниәт әҙерләнә https://bash.news/news/98485_dlt_dumaynda_fn_turaynda_anunit_erln
14 июн 2019, 22:13

Фән төбәктәргә һәм хатта муниципалитеттарға ҡайтырға тейеш. Донъяла бындай тәжрибә киң ҡулланыла. Ләкин Рәсәйҙә фән тик ил үҙәгендә, һирәк осраҡта төбәктәр кимәлендә. Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты эксперт советы ағзалары был күренеште тамырынан үҙгәртеү яҡлы.

Әле Дәүләт Думаһында фән тураһында ҡануниәт әҙерләнә. Төбәк һәм муниципаль кимәлдәге фән эшмәкәрлеген көйләү үҙенсәлектәре лә был законда сағылырға тейеш. Тап шуның өсөн дә эксперт советы ағзалары илдә һаҡланған граждандар йәмғиәте институты өлгөләрен йөрөп сығып уртаҡ үҫеш йүнәлешен барлай.

Башҡортостан иһә фән академияһы һаҡланған берҙән-бер төбәк тиергә лә мөмкин. Ғалимдар республика тәжрибәһен тотош илгә уртаҡлашыу яҡлы.

Автор: Айнур Кәбиров.

Дәүләт Думаһында фән тураһында ҡануниәт әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа