Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында 2020 йылдан яңы программа эшләй башлаясаҡ

Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында 2020 йылдан яңы программа эшләй башлаясаҡ https://bash.news/news/98486_rsj_auyl_xuzhalyyn_tere_masatynda_2020_jyldan_yay_programma_eshlj_bashlayasa
14 июн 2019, 22:14

Федераль проект сиктәрендә ил аграрийҙарына 2, 3 триллион һум аҡса бүленә. Был турала Башҡортостан ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, республика яңы программала мөмкин тиклем әүҙем ҡатнашырға тырышасаҡ.

Бүленгән сығымдар ауылдарҙы, крәҫтиән хужалыҡтарын, урындағы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Төбәк аграрийҙары программала ҡатнашыр өсөн документтарҙы әҙерләй башлаған.

Рәмзил Ишһарин, Дәүләт Думаһы депутаты: “Был программала бөтә быға тиклем буламған финанс сығымдар ҡаралған. 2,3 триллион һум. Маҡсаты – ауыл халҡының йәшәү шартын арттырыу”.

Автор: Флорида Ким.

Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында 2020 йылдан яңы программа эшләй башлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна