Уҡыу йылы алдынан ата-әсәләр мәктәптә төшкө аштан ауыҙ итәсәк

Уҡыу йылы алдынан ата-әсәләр мәктәптә төшкө аштан ауыҙ итәсәк https://bash.news/news/98498_uyu_jyly_aldynan_ataslr_mktpt_tshk_ashtan_auy_itsk
15 июн 2019, 01:06

"Мәғариф сәғәте"ндә Радий Хәбиров баш ҡала властарына шундай күрһәтмә бирҙе. Өфөлә балаларҙы өс муниципаль ойошма туҡландыра. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты артабан был структураларҙы берләштереп, уларҙы коммуналь түләүҙәрҙән азат итеү тәҡдимен индерҙе. Сөнки был сығымдар йылына 90 миллион һумдан ашып китә.

Экономияланған сумманы аш-һыу бүлмәләренә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү ҡаралған. Республика райондарына килгәндә, Радий Хәбиров аутсорсинг менән шөғөләнгән шәхси фирмаларға баҫым яһамаҫҡа саҡырҙы. Киреһенсә, уларға ярҙам итергә кәрәк. "Мәғариф сәғәте"ндә билдәләнеүенсә, балалар аҙығы менән тәьмин итеүселәр эше даими контролдә булырға тейеш. Ә бына урындағы ит етештештереүселәргә айырым иғтибар бүленсәк. Бер үк ваҡытта уҡыусылар төшкө ашты берҙәм социаль карта менән түләй аласаҡ.

Дәүләт комитеты шулай уҡ депутаттарҙан ведомство вәкәләттәрен арттырыуҙы һораны. Йәғни улар САНПИН талаптарын күҙәтеүҙе көсәйтергә һәм социаль туҡландырыу өлкәһендә дәүләт һатып алыу процедураһын ҡатмарлаштырырға ниәтләй. Бындай тәҡдим аукционда тәжрибәле компаниялар һәм квалификациялы белгестәрҙең ҡатнашыуын тәьмин итеү өсөн кәрәк. Радий Хәбиров шулай уҡ уҡытыусыларҙы бюрократик йөкләмәләрҙән, атап үткәндә ҡағыҙ эштәренән бушатырға, яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп һәм балалар баҡсалары алдарында асфальт ҡатламын ремонтларға ҡушты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Уҡыу йылы алдынан ата-әсәләр мәктәптә төшкө аштан ауыҙ итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна