Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ артисы бирелде

Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ артисы бирелде https://bash.news/news/98502_alyu_safinaa_bashortostandy_xaly_artisy_birelde
15 июн 2019, 01:22

Билдәле йырсы Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ, "Пицца" төркөмөн ойоштороусы Сергей Приказчиковҡа һәм Арғымаҡ этно төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙановҡа республиканың атҡаҙанған артисы исемдәре бирелде. "Евразия йөрәге" фестиваленең өсөнсө көнө бай йөкмәткеле һәм сағыу концерт программаһы, меңдәрсә төҫ менән балҡыған пиротехник шоу менән генә түгел, бүләкләү указдары менән дә иҫтә ҡалды.

Сығыштары Башҡортостан менән бәйле, исемдәре бөтә илгә билдәле сәхнә йондоҙҙарына республиканың юғары исемдәрен биреү хаҡында иғлан ителде. Фестивалдәге меңдәрсә тамашасы араһында беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова ла булды.

Концерт башланыуға бер сәғәткә яҡын ваҡыт бар, ә сәхнә арты йыр-моңдарҙан гөрләп тора, майҙан тамашасылар менән. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн кис һайын амфитеатрға йыйылыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.Сөнки тамашасыларҙы бында иҫ киткес сығыштар, яңынан-яңы программалар көтә. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 200-ҙән ашыу ҡурайсының "Урал"ды һыҙҙырыуын өсөнсө көндөң биҙәге тип әйтергә мөмкин. Улар араһын да йәштәр ҙә, билдәле сәхнә оҫталары ла бар, әммә хис-тойғолар бер төрлө.

Программала һәр быуын кешеһе күңеленә ятышлы моңдарҙы таба ала. Мәҫәлән, Наҙгөл Отузова менән Рушана Вәлиева, уларҙың исеме беҙгә федераль телевизион проекттар аша яҡшы таныш.

Пицца, бүреләр, Заман, Робер Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмдәре, Асҡар Абразаҡов, Радик Юлъяҡшин, бында төрлө йәштәге, төрлө стилдә йырлаған сәхнә оҫталарын күрергә мөмкин. Улар әйтеүенсә, иң һоҡландырғаны тамашасыларҙың ихласлығы, халыҡ һәр сығышты көслө алыҡыштар менән оҙата.

Майҙан моң менән һуғарылған төҫлө, бында боронғо көйҙәр заманса йырҙар менән берләшеп күктәргә олғаша, сығыштар тамашасыларҙы берсә быуаттар төпкөлөнә алып китә, берсә бөгөнгөбөҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.Көндөң һалҡынса тороуы ла, ямғыр һибәлеүе лә тамашасыларҙы ҡурҡытмай.

Фестивалдең өсөнсө көнө бүләкләү тантанаһы менән дә хәтерҙә ҡалды. Алсу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ, "Пицца" төркөмө ойоштороусы Сергей Пириказчиковҡа республиканың атҡаҙанған исеме тапшырылды. Концерт пиротехник шоу менән тамамланды. Өфө күге бер мәлгә төрлө төҫтәргә күмелеп тамашасыларҙың йыр-моң менән тулған күңелен онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән байытты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Алһыу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ артисы бирелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд