Бөгөн Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концерт менән тамамлана

Бөгөн Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концерт менән тамамлана https://bash.news/news/98531_bgn_fl_evraziya_jrge_xalyara_snt_festivale_galakoncert_menn_tamamlana
15 июн 2019, 21:07

Сарала Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры, шулай уҡ Мәликә Разакова һәм Владимир Маркин сығыш яһауы көтөлә.

Сәнғәт фестиваленең өсөнсө көнөндә - кисә күп һанлы тамашасылар республиканың 100 йыллығы уңайынан "Алға, Башҡортостан!" тип аталған концерт ҡараны. Һуңынан уникаль пиротехник шоуҙың шаһиты булды.

Ҡала күген Башҡортостандың милли флагы төҫөндәге меңдәрсә ут биҙәне. Ун бер меңгә яҡын залп бирелде, ә фейерверктарҙың бейеклеге 150 метрға етте. Сәхнәгә яҡын торғандар күктә "Өфө" тигән яҙыуҙы ла күрә алды.

Фестивалдең төнгө сәғәт беренсе яртылар тирәһендә генә тамамланыуға ҡарамаҫтан, урамдарҙа ул тиклем автомобиль тығындары күҙәтелмәне. Маршрут автобустары ла, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ла ҡала көнөндәге кеүек көсөргәнешле хәлдең ҡабатланыуына ирек бирмәне.

Әйткәндәй, кисәге концертта билдәле йырсы Алсу Сафинаға Башҡортостандың халыҡ, "Пицца" төркөмөнөң солисы Сергей Приказчиковҡа һәм "Арғымаҡ" этно төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙановҡа республиканың атҡаҙанған артисы исемдәре бирелеүе тураһында билдәле булды. Бүләкләнеүселәр байрамдан һуң үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бөгөн Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концерт менән тамамлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа