Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш турнирында еңеүсеһенә автомобиль бирелде

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш турнирында еңеүсеһенә автомобиль бирелде https://bash.news/news/98533_f_alay_xakimite_bashlyy_kubogyna_milli_krsh_turnirynda_eeseen_avtomobil_birelde
15 июн 2019, 21:09

Лада Гранта автомобиле – көрәшсе Айгиз Зәйнетдиновта. Ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш буйынса турнир еңеүсеһе. Ярыш бөгөн Өфөлә, Салауат юлаев исемендәге майҙанда үтте. Йыл һайын ойошторолған турнир быйыл генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Абруйлы бәйгелә ил төбәктәренән һәм республиканан 17 команда ҡатнаша. Барыһы 100-ҙән ашыу спортсы. Милли көрәш турнирын тамаша ҡылырға ғүмерен ошо бәйге төрөн үҫтереүгә арнаған спорт ветерандары ла саҡырылған.

Тәү ҡарашҡа милли көрәш еңел генә күренә, билдән алдың, күтәрҙең, ташланың. Ысынбарлыҡта иһә был спорт төрө йылдар дауамындағы әҙерлек, физик көс, оҫталыҡ, таһыллыҡ талап итә. Һәр кемдең үҙенә генә хас алымдары ла бар. Мәҫәлән, Артур Зөлҡәрнәев донъя һәм Рәсәй чемпионы. Юғары кимәлде тотоу өсөн даими күнекмәләр талап ителә, ти ул. Дилбегәне әҙ генә бушатһаң еңелеүеңде көт тә тор.

Милли көрәш иң боронғо спорт төрҙәренең береһе, батырҙар электән йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа бил һынашҡан. Әммә, заман менән бергә ҡағиҙәләр ҙә үҙгәрә. Элек көрәш ваҡыты оҙағыраҡ дауам итһә, әле ул күпкә ҡыҫҡа. Ишембайҙан спорт мастеры, билдәле көрәшсе Нурулла Хисмәтуллин әйтеүенсә, хәҙер ярыштар ҡатмарлыраҡ, ауырыраҡ, көс кенә түгел сослоҡ та кәрәк. Һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан көрәшсе һәр ярышты ентекләп күҙәтеп бара.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы призына турнир йыл һайын ойошторола, быйыл ул республикала спортты үҫтереү өсөн күп көс һалған генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ярышта алты ауырлыҡ категорияһы буйынса 100-ҙән ашыу спортсы бил һынаша. Улар республика һәм Рәсәй төбәктәренән йыйылған.

Иң көслө көрәшсегә бүләк-автомобиль. Бересе урынға-20, икенсегә-15, өсөнсөгә-10 мең һум. Элек төп приз абсолют еңеүсегә тапшырылһа, быйыл ҡағиҙәләр үҙгәртелгән. Алты ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр араһында йәрәбә тартыла. Бында инде уңышлы, даланлы булыу мөһим. Был юлы бәхет Мәсетленән Айгиз Зәйнетдиновҡа йылмайҙы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш турнирында еңеүсеһенә автомобиль бирелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа