Баймаҡ районында ағас эшкәртеүсе завод сафҡа инәсәк

Баймаҡ районында ағас эшкәртеүсе завод сафҡа инәсәк https://bash.news/news/98626_bajma_rajonynda_aas_eshkrtese_zavod_safa_insk
17 июн 2019, 22:46

Сеймал өсөн түбән сортлы ағастар ҡулланыласаҡ. Дөйөм инвестициялар күләме 21 миллиард һумдан ашыу. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте менән "СибайПлитПром" йәмғиәте араһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу, финанслау, урындағы халыҡ иҫәбенә кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе тикшерелде. Инвесторҙар билдәләүенсә, әлеге ваҡытта өс йүнәлеш буйынса эш алып барыла. Предприятиела етештереләсәк ағас плитәләр экспортҡа ла оҙатыласаҡ.

Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт аппараты етәксеһе: “Был проект республикабыҙ өсөн мөһим. Сөнки Урал аръяғында урман ағасы йомшаҡ япраҡлы һәм эшкә ярамай. Яңы эш урындары булдырыласаҡ. 21 миллиард һум инвестиция йәлеп ителәсәк”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Баймаҡ районында ағас эшкәртеүсе завод сафҡа инәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа