Башҡортостан делегацияһы Татарстанда уҙғарылған Төбәк-ара һабантуйҙа ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда уҙғарылған Төбәк-ара һабантуйҙа ҡатнашты https://bash.news/news/98628_bashortostan_delegaciyay_tatarstanda_uarylan_tbkara_abantuja_atnashty
17 июн 2019, 22:47

Ыҡ йылғаһы буйындағы 14 район халҡын берләштергән байрам быйыл өсөнсөгә үтте. Элек был биләмәләр Миңзәлә өйәҙенә ҡараған һәм Өфө губернияһының көнбайыш өлөшө һаналған. Сара сиктәрендә яҡташтарыбыҙ Аҡтаныш районынан сыҡҡан билдәле башҡорт шәхестәре - Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, мемориаль таштарына сәскә һалды.

Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында урынлашҡан ҡәберлектәр янынан халыҡ өҙөлмәй. Изге урын һанала ул. Биләмәлә дворяндар нәҫеленән, гәрәй ырыуы вәкилдәре Мутиндарҙың исеме мәңгеләштәрелгән. Был заттан күренекле йәмәғәт, сәнғәт һәм хәрби эшмәкәрҙәр сыҡҡан.

Радик Бәхтиев, Мутиндар нәҫеле вәкиле: “Билдәле нәҫел, иң беренсе булып Мота Йәнырыҫов тора, унан һуң иң билдәлеһе Тимер Мутин. Ул ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, башҡорт ғәскәрҙәре командиры ярҙамсыһы була. Елизавета Петровна янына челобитныйҙар менән бара, ошо ваҡытта сирләп үлә. Әммә беҙ беләбеҙ - челобиныйға ыңғай ҡарар булғанын”.

Тыуған яғында Башҡортостан республикаһы төҙөлөүгә тос өлөш индергән шәхес Илдархан Мутинды ла хөрмәтләп иҫкә алдылар. Ул 1917 йылда Башҡорт мәркәз шураһы составында була, Бәләкәй Ҡоролтайға һайлана. Башҡорт хөкүмәте тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, башта эске эштәр, һуңынан социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссары булып эшләй. Артабан да ул яуаплы юғары вазифаларҙы биләй.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “Человек который стоял у истоков создания Правительства, который возглавлял военный совет. Жизнь его трагично, но тот подвиг, та память, которые остались после него, они конечно сохраняются в памяти народов Башкортостана и России”.

Элек Аҡтаныш районы Өфө губернияһының Миңзәлә өйәҙе составында булған. 1912-1913 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, өйәҙҙә 458 меңдән ашыу кеше йәшәгән, уларҙың өстән бер өлөшө башҡорттар була. Гәрәй һәм Йәнәй ырыуҙары вәкилдәре. Башҡортостан ғалимдары тарафынан был өлкәлә ғилми тикшеренеүҙәр ҙә уҙғарылған.

Юлдаш Йосопов, Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты бүлеге етәксеһе: “Ыҡ буйында йәшәгән халыҡтың, айырым атап әйткәндә, Аҡтаныш районында йәшәүселәрҙең төп килеп сығышы ул ошо ике ырыуҙан, башҡорт ырыуҙарынан. Төп сығанаҡтарға таянып, уларҙың тарихын, этнографияһын, фольклорын өйрәнәбеҙ, хатта, уларҙың антропологияһы, генофондын өйрәнәбеҙ”.

Аҡтаныш районы Усы ауылын ғына алайыҡ. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса уға 1434 йылда тап башҡорттар нигеҙ һалған. Шулай уҡ бында типтәрҙәр ҙә күсенә.

Сиренә Шәмсиева, китапханасы: “Күсмә халыҡтар мал көтөүе менән күсеп йөрөгән ваҡытта, малдар һыу эҙләп инеш буйына килеп сығалар ҙа, ошо уйһыу үҙәнгә бәйле Усы атамаһы барлыҡҡа килә. Башҡорттар башта был урынға хужа булып торғандары билдәле. Улар был ерҙәрҙең хужалары булараҡ башҡорттар һалым түләмәгән тигән мәғлүмәттәр ҙә бар”.

Ыҡ йылғаһы буйында 14-15 быуатта башҡорттар менән нуғайҙар ҙа йәшәгән. Аҡтаныш районында уҙғарылған төбәк-ара һабантуй хаҡында ишеткәс тә, Әстрхан өлкәһенән сәйәхәтсе Рәмил Ишмөхәмбәтов милләттәштәребеҙ менән осрашырға теләк белдерә. "Боронғо нуғай йырҙары халыҡтар араһында дуҫлыҡ булыуына ишара",-ти ул

Рәмил Ишмөхәмбәтов, сәйәхәтсе: “Нуғай Урҙаһы боҙолғандан һуң беҙ киткәнбеҙ ата-бабаларыбыҙҙың һабан ерҙәренә. Әммә нимә булһа ла, мин уйлайым беҙ дуҫ-ҡәрҙәш халыҡтар”.

Ҡурай, ҡубыҙ моңдары, дәртле бейеүҙәр. Ыҡ йылғаһы янында урынлашҡан ауылдарҙың һабантуй байрамында Башҡортостан вәкилдәре яланда тирмә ҡороп, ҡунаҡтарҙы тарихи сығанаҡтар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән таныштырҙы. Шулай уҡ урында уҡтан атып, мәргәнлеккә көс һынашырға ла мөмкин ине

Рәйес Низаметдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: “Бик күптәр килеп уҡты атып тейҙерә лә, мин бит башҡорт малайы тип әйтеп киткәндәр күп булды. Халыҡтың булған нигеҙен, үҙенең тамырҙарын онотмаҫ өсөн матур уйланып эшләнелгән сара”.

Өсөнсөгә ойошторолған төбәк-ара һабантуй Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүселәрҙе бер майҙанда туплап, милләт-ара татыулыҡты нығытты.

Раушания Зарипова, байрамда ҡатнашыусы: “Ыҡ йылғаһы һыуын эсеп, ошо йылға хаҡында йырҙарҙы тыңлап үҫкән кешеләр беҙ”.

Күләмле сараның гимны аҫтында Ыҡ йылғаһы буйында йәшәүсе район халыҡтары милли кейемдәрҙә ғорур атлап үтте. Йыр-моңға маһир яҡташтарыбыҙҙың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев үҙ сиратында республика етәксеһенең сәләм һүҙҙәрен еткереп, Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан Татарстандың дәүләт советы рәйесен һәм Аҡтаныш районы башлығын юбилей миҙалдары менән бүләкләне.

Фәрит Мөхәмәтшин, Татарстандың дәүләт советы рәйесе: “Телдәребеҙ яҡын, диндәребеҙ бер. Тырышлығыбыҙ, хеҙмәтсән халҡыбыҙ ҙа - башҡорто ла, татары ла һынатмай матур эшләйҙәр. Инде мин тәбрикләү һүҙемдә әйттем, ҡайһы ваҡыт көнләшеп тә алабыҙ, ҡайһы ваҡыт үрнәк итеп алабыҙ. Шулай ҙа һаман үҫешкә ынтылабыҙ”.

Һабантуйҙа милли уйындар, спорт ярыштары ла уҙғарылды. Милли көрәш буйынса турнирҙа келәмдә ике тиҫтәнән ашыу башҡорт егете сығыш яһаны. Судьялар билдәләүенсә, яҡташтарыбыҙҙың әҙерлеге көслө.

Илфир Әнүәров, судья: “Ярыш ҡыҙыу бара - финалда Йәрмәкәй һәм Туймазы егеттәре лә бар. Бөтә тормош көрәштән тора, шуға көрәшеп йәшәргә кәрәк”.

Төбәк-ара һабантуй тәүге тапҡыр 2017 йылда Башҡортостанда Туймазы районы Төмәнәк ауылында ойошторолғайны. Артабан эстафета Татарстанда йәшәүселәргә тапшырыла. Киләһе йыл сараны ойоштороу майҙансығы итеп Ырымбур өлкәһе һайланыуы ихтимал.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда уҙғарылған Төбәк-ара һабантуйҙа ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна