22-23 июндә Сибайҙа республикала тәүгә «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә

22-23 июндә Сибайҙа республикала тәүгә «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә https://bash.news/news/98629_2223_iyund_sibaja_respublikala_tg_ural_aryay2019_bt_rsj_investiciya_abantujy_t
17 июн 2019, 22:48

Сараны Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, "Эшлекле Рәсәй" ойошмаһы, сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ әйҙәүсе бизнес-берекмәләр ойоштора. Инвестиция һабантуйында 500-ләп федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит илдәр бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы көтөлә.

Форумдың пленар ултырышы һәм профилле секцияларында инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-климат булдырыу алымдары буйынса фекер алышыу ойошторола. Атап әйткәндә, форумда экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу мәсьәләләре тикшерелә.

Һабантуй сиктәрендә шулай уҡ Башҡортостандың инвестиция потенциалы күргәҙмәһе лә эшләйәсәк. Дөйөм алғанда, инвестиция һабантуйы форматы бизнес- форумды ысын мәғәнәһендә байрам форумына әйләндерер тип көтөлә: Әбйәлил районында һабантуй ҡунаҡтары Республиканың мәҙәни йолалары менән танышасаҡ, милли аш-һыуҙан ауыҙ итәсәк. Матбуғат саралары вәкилдәре форумға 89273562746 телефоны буйынса аккредитация үтә ала.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

22-23 июндә Сибайҙа республикала тәүгә «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд