Өфө районы Шамонин ҡасабаһы юбилейын һабантуй менән ҡаршыланы

Өфө районы Шамонин ҡасабаһы юбилейын һабантуй менән ҡаршыланы https://bash.news/news/98631_f_rajony_shamonin_asabay_yubilejyn_abantuj_menn_arshylany
17 июн 2019, 22:49

Юбилей һәм байрам. Ун йыл элек Өфө районы Шамонин ауылында яңы тормош башланды. Республиканың социаль программаһы ярҙамында буш ятҡан ерҙәрҙә бик күп йорттар ҡалҡып сыҡты. Тиҫтә йыл эсендә Шамонин ауылы Башҡортостандың иң ҙур һәм төҙөк ауылына әйләнде. Ҡасабала йәшәүселәр юбилейын һабантуй менән билдәләне. Байрам сараһында ошо ауылда йәшәүсе беҙҙең коллегалар ҙа ҡатнашты.

Дәғүәсеһен ташлай алмаһа ла судьялар еңеүҙе Азамат Рәхмәтовҡа бирҙе. Йәш спортсы бер нисә йыл инде грек-рим көрәше менән шөғөлләнә, әммә был юлы ул үҙен милли көрәштә һынап ҡарамаҡсы булған. Төрлө ауырлыҡ үлсәмдәрендә ойошторолған бәйгелә өс тиҫтәнән ашыу кеше бил һынашты. Йола буйынса еңеүселәр һарыҡ менән бүләкләнде. Байрам ҡунаҡтары шулай уҡ башҡа ярыштарҙа ла бик теләп ҡатнашты.

Тыуған ауыл тураһында йырҙар, шиғырҙар һәм бейеүҙәр. Бай концерт номерҙарын Шамониндар үҙ көстәре менән әҙерләгән. Тамашасылар "Дарман" бейеү ансамбленең һәм "Ағинәйҙәр" фолькор коллективының сығыштарын айырыуса йылы ҡабул итте.

Шамонин ауыл халҡы йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Гөлнирә Аҡбулатова әсәһе менән башҡорт селтәрҙәре эшләй. Ул һаҡлаусы ла, милли биҙәүес тә. Үҙенең бай тәжрибәһен ҡатын киләсәктә ҡыҙҙарына тапшырырға ниәтләй.

2009 йылда Шамонин ауылында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн йорттар төҙөлә башлай. Бер үк ваҡытта халыҡ өсөн мәктәп, ике балалар баҡсаһы, поликлиника һәм янғын һүндереү бүлеге сафҡа инә. Бер нисә мең кеше йәшәгән ауыл йылдан-йыл үҫә, матрурая бара.

Ауыл халҡы үҙҙәренең китабын да баҫтырған. Уның биттәрендә урын алған фотоһүрәттәр аша тәүге йорттарға һалынған нигеҙ ташы, социаль объекттар төҙөлөшө менән танышырға мөмкин. Шамониндар үҙ йорттарында йәшәүгә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа оло рәхмәтен еткерә.

Шамонин ауылында һабантуй өсөнсө йыл рәттән ойошторолдо. Байрамдан халыҡ күңел күтәренкелеге, артабан да тырышып эшләргә көс-ҡеүәт алып таралышты. Сара һуңында яуа башлаған ямғырҙы ла ула мул уңышҡа юраны.

Автор: Гөлсимә Иштанова.

Өфө районы Шамонин ҡасабаһы юбилейын һабантуй менән ҡаршыланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество