Талбазыла 10 күп ҡатлы йортта подъездар төҙөкләндерелә

Талбазыла 10 күп ҡатлы йортта подъездар төҙөкләндерелә https://bash.news/news/98641_talbazyla_10_kp_atly_jortta_podezdar_tklnderel

Республика программаһына ярашлы, ауылда күп ҡатлы 10 йортта подъезд төҙөкләндерелә. Районда бөтә эштәр төбәк һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Йорттарҙа ремонт стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй.

Подъездарға инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләр яңыртыла, почта йәшниктәре һәм башҡа урындар төҙөкләндерелә. Комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Айҙар Нафиҡов, Талбазы ауылы хакимиәте башлығы: “Әлеге көндә эштәребеҙ бара. Был өйҙә ишек-тәҙрәләр ҡуябыҙ. Бындай программа килеп сығыуына шатбыҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Талбазыла 10 күп ҡатлы йортта подъездар төҙөкләндерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа