Өфөлә террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәре буйынса форум башланды

Өфөлә террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәре буйынса форум башланды https://bash.news/news/98721_fl_terrora_ekstremizma_arshy_krsh_xefelek_tmin_ite_jnleshtre_bujynsa_forum_bashlandy
18 июн 2019, 22:56

Заман алға барған һайын кешелек донъяһына янаған хәүеф тә күп ҡырлыға әйләнә бара. Һәм уны иҫкәртеү ҙә ҡатмарлаша, алдынғы алымдар талап итә. Бөгөн Өфөлә йөҙҙән ашыу илдән хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәр осрашыуы башланды. Был форум илдә унынсы тапҡыр уҙғарыла һәм тотош донъяла террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәрен билдәләүсе абруйлы сараға әйләнгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Калашников автоматтары янынан ғәҙәттәгесә, кеше өҙөлмәй. Иң ышаныслы һаналған атыу ҡоралын Ер шарында белмәгән кеше юҡтыр. Тап шуға ла Михаил Калашников тыуған илде һаҡлау өсөн тип уйлап сығарған автоматтар ҡайһы бер илдәрҙә терроризм ҡоралына әйләнгән. Әммә ҡорал етештермәү ҙә мөмкин түгел. Тыныслыҡ теләйһең икән, һуғышҡа әҙерлән, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.

Ванегас Вега Хайне Антонио, Никарагуа Республикаһы вәкиле: “Беҙҙең илдә тәртипһеҙлектәр йыш булып тора. Полиция хеҙмәткәрҙәре нисек тә булһа социаль тотороҡлоҡ, тыныслыҡ тәьмин итергә тейеш. Ҡайһы осраҡта был эште ҡорал алмайынса ла башҡарып булмай”.

Ләкин хәҙерге заман хәүефен атыу ҡоралы менән генә иҫкәртеү мөмкин түгел. Терроризм йәшәйештең төрлө өлкәләренә үтеп ингән һайын, уның менән көрәш тә камиллашырға тейеш. Бигерәк тә хәүефтең күҙгә күренмәгән, интернет киңлектәрендә йәшеренгән дәүерендә.

Барри Черно Омар, Гамбия Республикаһы вәкиле: “Хәҙер терроризмға булышлыҡ итеү, радикал төркөмдргә инеп китеү ҙә бер ни түгел. Беҙ бергә ҡушылып, берҙәм көрәшкәндә генә милли хәүефһеҙлекте тәьмин итә аласаҡбыҙ. Тап шуның өсөн дә йыйылдыҡ та инде”.

Майкрософт хәнйәр менән бергә ҡулланылһа, "Стелс" технологиялары комикадзе менән күршеләр. Гибрид һуғышты хәрби белгестәр тап ошолай тасуирлай. Уны иҫкәртеү өсөн халыҡ-ара осрашыуға йыйылыусылар һәр ил мәнфәғәтенән сығып айырым алымдар, көрәш юлдары барлай.

Форумды ҡабул итеүсе республика өсөн дә был форум яңы саҡырыуҙарға ҡаршы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, глобаль, милли һәм төбәк кимәлендә тыныслыҡты тәьмин итеү йәһәтенән өҫтәмә этәргес. Радий Хәбиров осрашыуҙың Өфөлә ҙур яуаплылыҡ һәм мәртәбә өҫтәүен белдерҙе.

Сарала ҡатнашырға килгән вәкилдәр ҙә форумды уҙғарыу урыны тип Өфөнөң һайланыуын отошло тип билдәләй. Башҡортостан һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәббәттәр моделен күп илдәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.

Даян Джаятилекка, Шри-Ланка Демократик Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе: “Заманса тормошта бәләкәй автономия ҙур дәүләттең бер өлөшө булырға ҡурҡмай, ә киреһенсә, нығыраҡ яҡыная бара. Башҡортостан был йәһәттән күптәргә үрнәк. Бөгөн Өфө буйлап йөрөгәндә лә социаль селтәрҙәргә ошо турала пост яҙып һалдым”.

Әйткәндәй, Өфөлә бер ҡасан да был тиклем үк хәүефһеҙ булғаны юҡ ине. Сөнки осрашыуҙа ҡатнашырға 119 илдән хәүефһеҙлек өсөн яуаплы юғары вәкилдәр, именлек, полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Өс көн дауамында улар тотош донъяла шулай уҡ тыныслыҡ урынлаштырыу тураһында баш ватасаҡ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Өфөлә террорға, экстремизмға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек тәьмин итеү йүнәлештәре буйынса форум башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество