Башҡортостан менән Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан менән Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек нығый https://bash.news/news/98722_bashortostan_menn_vetnam_araynda_xemttshlek_nyyj
18 июн 2019, 22:56

Нефть һәм газ сәнәғәте, машиналар төҙөү тармағы, ауыл хужалығы. Башҡортостан менән Вьетнам Социалистик Республикаһы ошо йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ. Радий Хәбиров хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәр осрашыуына килгән Вьетнам йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры То Лам менән осрашты.

Республика етәксеһе сит ил вәкилдәренә Башҡортостанда етештерелгән "Ка" вертолеттары тураһында һөйләне. Әле был осоу техникаһы донъяның утыҙға яҡын илендә уңышлы файҙаланыла. Осрашыуҙа шулай уҡ ике яҡ өсөн дә тотороҡло үҫеште тәьмин итеү мөмкинлектәре, хәҙерге хәүефһеҙлек шарттары ҡаралды.

То Лам, Вьетнам Социалистик Республикаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры: “Башҡортостанға килеүебеҙгә, республика етәксеһе менән осрашыуға шатбыҙ. Әле беҙ Вьетнам менән Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡараныҡ. Ике ил араһында хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек тә бай тарихлы. Беҙ илдәребеҙҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн был йүнәлештә лә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә тейешбеҙ”.

Башҡортостан менән Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек нығый

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд