Өфөнөң Комсомол урамында һыу үткәргес торбалары йыш эшлектән сыға

Өфөнөң Комсомол урамында һыу үткәргес торбалары йыш эшлектән сыға https://bash.news/news/98727_fn_komsomol_uramynda_yu_tkrges_torbalary_jysh_eshlektn_sya

Ихатала көтөлмәгән "фонтан". Өфөнөң Комсомол урамы, 37-се йорт алдында һыу үткәргес торбаларының даими рәүештә эшлектән сығыуы урындағы халыҡты борсоуға һала. Ремонт эштәре башҡарылыуға ҡарамаҫтан, киҫкен проблема тәүге йыл ғына күҙәтелмәй. Фатир хужалары менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Ихата алдындағы күренеш милекселәрҙе ҡыуандырмай. Икенсе ай улар һыу торбаларының эшлектән сығыуынан яфалана. Йәшел үлән урынында ҡара ерҙең булыуы - ремонтлау һөҙөмтәһе. Торбаларҙың ҡайҙа нисек ямалыуы торлаҡтың юғары ҡатынан да яҡшыраҡ күренә. Дүрт соҡор күмелгән. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, бер яҡта төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға, биләмәнең икенсе өлөшөндә һыуы фонтан кеүек урғыла башлай.

Динә Бикбулатова, Комсомол урамы, 37-се йортта йәшәүсе: “Бөтә ерҙә һыу урғылып сыға фонтан кеүек, уларға һары һыу аға, шунан килә трактор, һыу каналы эшселәре, көн-төн тауыш”.

Техника тауышына түҙергә мөмкин дә бит, әммә киҫкен мәсьәлә урындағы халыҡты тәүге йыл ғына борсомай. Һыу ваҡытлыса ғына тымып ҡала.

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр билдәләүенсә, был күренеш өс-дүрт йыл күҙәтелә. Проблема ғәҙәттәгесә майҙа башлана. Ихата алдында һыу урғылыуға бәйле ремонт эштәре лә гел бер үк участкаларҙа башҡарыла.

Асфальт ҡатламы ҡуптарыла, бордюрҙар ҙа алына. Биләмәләге тәртипһеҙлектән бигерәк тә балалар зыян күрә. Яҡында ғына уйын майҙансығы, әммә батҡаҡ аша уның янына барырға күптәр ҡыймай. Ер дымлы.

Мәрфүға Ғилметдинова, Комсомол урамы, 37-се йортта йәшәүсе: “Беҙ ҡурҡабыҙ ер ишелер тип, унда балалар яҡын килмәй. Ремонт эшләйҙәр, бер файҙаһы юҡ, гел шул проблема. Яңы торба һалһалар була бит инде”.

"Өфө һыу каналы" предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, проблема ваҡытлыса ғына. Быйыл урында капиталь ремонт уҙғарыу ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә сикләүҙәр булмаясаҡ.

Азамат Мәһәҙиев, "Өфө һыу каналы" муниципаль предприятиеһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Эшлектән сыҡҡан 122 погон метр арала торбаны яңыртыу ҡаралған, 31 августҡа тиклем был эштәр башҡарыласаҡ”.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, авария участкаһында ер эштәрен башҡа булдырмау маҡсатында һыу үткәргес торба сафтан сығарылған, капиталь ремонтҡа әҙерлек бара.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң Комсомол урамында һыу үткәргес торбалары йыш эшлектән сыға

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд