Өфөлә пилотһыҙ автомобилдәр һынау үтә

Өфөлә пилотһыҙ автомобилдәр һынау үтә https://bash.news/news/98729_fl_piloty_avtomobildr_ynau_t
18 июн 2019, 23:03

Киләсәк машинаһы Өфөлә. Аҡыллы автомобиль водителһеҙ хәрәкәт итәүгә һәләтле. 2025 йылға проект тулыһынса ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Әле тикшеренеүҙәр бара. Пилотһыҙ автомобилдең һынау өлгөһөндә беҙҙең хәбәрселәр ҙә йөрөп ҡараны.

Руль борорға, тиҙлек режимын көйләргә хатта, газ һәм тормозға баҫырға ла кәрәкмәй. Пилотһыҙ автомобилдә водитель пассажирҙан кәм түгел. Уның өсөн барыһын да машина эшләй. Тикшереүҙәр уңышлы үтһә, автомобилдә руль дә рудиментҡа әйләнәсәк. Тимәк, унан ҡотолорға тура киләсәк.

Антон Бабуров, инженер уйлап табыусы: “Машинаның билдәләнгән маршруты бар. Ул шуның буйынса хәрәкәт итә. Компьютер машинаның тиҙлеген дә маршрут үҙенсәлектәре буйынса көйләй. Шуға карта үҙгәрһә, автомобиль үҙен башҡасараҡ тотоуы бик тә ихтимал”.

Автомобиль радар, видеокамера, үтә һиҙгер лазер ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ул юлдағы кәртәне тойорға һәләтле, хатта, светофор төҫтәрен дә айыра. Багажнигына ҡуйылған ҡеүәтле компьютерҙар нейроселтәрҙе дөрөҫ төҙөргә. Иң мөһиме юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Борис Иванов, проект етәксеһе: “Билдәләнәгән маршрут буйынса хәрәкәт иткәндә автомобиль тирә-яҡтағы кәртәләрҙе күрә, аңлай, ҡарар бирә ала. Мәҫәлән, юлға арҡыры ятҡан бетон блокты урап үтә, ә йәйәүленең юл аша үткәнен көтөп тора ала”.

Пилотһыҙ автомобиль тикшереүҙәрендә шаҡтай алға китеш күҙәтелһә лә, әлегә уны ҡулланыу даирәһе аныҡ билдәләнмәгән. Водителһеҙ машиналар бер аҙҙан карьерҙарҙа мәғдән сығарыуҙа ҡулланыла башлауы, йә булмаһа такси хеҙмәттәрендә файҙаланыуы ихтимал.

Пилотһыҙ автомобилдәр 2025 йылда күпләп етештерелә башлар тип күҙаллана. Әммә эш бының менән генә сикләнмәй. Заманса техника өсөн аҡыллы юлдар талап ителә. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, инфраструктураны ла пилотһыҙ автомобилдәргә яраҡлаштырырға тура киләсәк әле.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә пилотһыҙ автомобилдәр һынау үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна